Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостанда мөлкәттән һалым йыйыу һигеҙ процентҡа артҡан һәм 795 миллион һум тирәһе тәшкил иткән тип билдәләнгән. Был хаҡта Федераль һалым хеҙмәтенең төбәк идаралығы етәксеһе Марат Вахитов һөйләне.
Транспорт, ер һәм башҡа күп кенә һалым төрҙәре буйынса ыңғай үҫеш күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта улар буйынса республикала йәшәүселәрҙең бурысы 1,9 миллиард һум кимәлендә ҡала. Ошо сумманың күп өлөшө - суд тикшереүендә.
– 100 процент бурысты, әлбиттә, йыйып булмаҫ, әммә был эште көсәйтеп була, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Марат Вахитов һүҙҙәренә ҡарағанда, Федераль мәғлүмәти адреслы системаһының (ФИАС) тулыландырылыуы ла һалымдарҙы йыйыу өлкәһендә ыңғай һөҙөмтә бирә. Уға индерелгән адрестар иҫәбе, үткән йыл менән сағыштырғанда, 1,6 тапҡырға артҡан.
Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ, Өфө райондары һәм Октябрьский ҡалаһы – Федераль мәғлүмәти адреслы системаһын тулыландырыу буйынса алдынғылар иҫәбендә.
Фото: Республика Башлығы сайтынан.