Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
11 Декабря 2019, 08:00

“Үҙ тарихыбыҙҙы үҙебеҙ яҙайыҡ!”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.


Республика етәксеһенең былтыр ошондай уҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһауы күңелдәрҙә онотолмаҫлыҡ тәьҫир ҡалдырғайны, сөнки ул бығаса ғәҙәти булмаған һәм төрлө һандарға, күрһәткестәргә түгел, ә кешеләрҙе электән үк борсоп килгән тәрән проблемаларға арналғайны. Быйылғы сара тураһында ла шуны уҡ әйтергә була. Уның кисә “Торатау” конгресс-холындағы сығышында ниндәй мәсьәләләр күтәрелде, ҡайһы йүнәлештәргә өҫтөнлөк бирелде?


– Был вазифала эшләй башлаған мәлемдә үк беҙҙәге төп проблеманың торлаҡ-коммуналь хужалығына ла, һаулыҡ һаҡлауға ла, башҡа тар­маҡ­тарға ла түгел, ә тарҡаулыҡҡа, нин­дәйҙер аңлашылмаған төшөн­көлөккә барып тоташыуын аңланым... – Радий Фәрит улының Мөрәжәғәтнамәһе ошо һүҙҙәрҙән башланып китте. – Хәйер, әле һанап үтелгән тармаҡтарҙа ла проблемалар күп. Тик бының өсөн берҙәм булырға, күмәкләп тырышырға кәрәк. Халҡыбыҙҙа “өмә” тигән һүҙ юҡтан ғына килеп сыҡмаған бит.
Берҙәмлек тураһында һөйләгәндә республика етәксеһе Сибайҙағы хәлде миҫалға килтерҙе. “Әгәр ҙә ошо ауыр мәлендә Сибайҙы яңғыҙ ҡалдырһаҡ, нимә булырын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын, беҙ уны бөтә донъя менән күмәкләшеп кенә еңеп сыға алдыҡ”. Икенсе миҫал итеп ул “Полиэф” предприятиеһын иҫкә алды: бында ла һанаулы сәғәттәрҙә кешеләр һәм техника ярҙамға килеп еткән.
Ярҙам тураһында һөйләгәндә, Радий Фәрит улы бындай осраҡтарҙа мат­ди һәм финанс яғын ғына түгел, ә әхлаҡи яҡлашыу, урындағы ха­лыҡ­тың төшөнкөлөккә бирелеүенә юл ҡуймауҙың да мөһим булыуын әйтеп үтте.
Тәбиғи, Мөрәжәғәтнамәлә беҙҙең йәшәү нигеҙен тәшкил иткән иҡтисад темаһы ла урап үтелмәне.

– Берҙәмлектең көсәйә барыуы республикабыҙға инвестиция йәлеп итеүҙең күбәйеүендә лә күренә, – тине Башҡортостан етәксеһе. – Быйыл уның күләме 15 процентҡа артты! Августа Подольск ятҡылығын эшләтеп ебәрҙек, уға ғына ла инвестор 50 миллиард һум һала.
Радий Хәбиров шулай уҡ башҡа масштаблы проекттарҙы ла һанап үтте. Уларҙың байтағы респуб­лика­лағы шәхси эшҡыуарҙар көсө менән тормошҡа ашырыла. Был йүнселдәр ҙә залда ине, улар ҙа Башҡортостан Башлығының рәхмәт һүҙҙәрен ишетте.
Төбәгебеҙҙә эш хаҡы ла аҡрынлап булһа ла үҫеүгә табан китте. Мәҫәлән, төҙөүселәрҙең хеҙмәт хаҡы быйыл – 15, ауыл һәм урман хужалыҡтарында эшләгәндәрҙеке 10 процентҡа күтәрелгән.
Сығышының аҙағында Радий Фә­рит улы ҙур булмаған видеоролик ме­нән танышырға тәҡдим итте. Залда уны күҙ йәштәре аша ҡараусылар ҙа булғандыр, моғайын: был аборт яһа­тыу арҡаһында ғүмерҙәре тыумаҫ борон өҙөлгән балаларҙың ата-әсә бә­хетенән үҙ-үҙҙәрен мәхрүм иткән кешеләргә мөрәжәғәте ине. “Тыуымды арттырыу буйынса ҙур тырышлыҡ һа­лыуыбыҙға ҡарамаҫтан, йылына 10 мең сабыйҙы тыумаҫ борон уҡ юғал­тыуыбыҙ беҙҙе тәрән борсоуға һа­лыр­ға тейеш”, – тине Радий Фәрит улы.
Мөрәжәғәтнамәлә шулай уҡ корруп­цияға ҡаршы көрәш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау өлкә­ләрен­дәге проблемалар, полилингваль мәктәптәр асыу, йәш талант­тарҙы яҡ­лау һәм үҫтереү, алданған өлөшсөләр, рөхсәтһеҙ пассажирҙар ташыуҙы булдырмау һәм башҡа кө­нүҙәк проблемалар ҙа телгә алынды.
– Беҙ – бай тарихҡа, көслө иҡти­садҡа, юғары мәҙәниәткә эйә халыҡ, әммә былар барыһы ла – үткән бы­уын­дарҙың тырышлығы һөҙөмтәһе. Беҙгә үҙ заманыбыҙҙың лайыҡлы өлөшөн индерергә, республика менән бергә үҫергә кәрәк, – тине Радий Фәрит улы.


(Мөрәжәғәтнамәнең тулы тексын йома һанында уҡырһығыҙ).
Читайте нас