Хөрмәтле саҡырылған кешеләр һәм ошо трансляцияны ҡарағандарҙың барыһы ла!
Һайланғандан һуң был – минең беренсе Мөрәжәғәтнамәм.
Республикаға ҡайтҡас, төбәктәге хәлде ныҡлап өйрәндем һәм проблемаларыбыҙҙың торлаҡ-коммуналь хужалыҡта ла, медицинала ла, мәғарифта ла түгеллеген аңланым. Әлбиттә, был өлкәләрҙә лә хәл камиллыҡтан бик йыраҡ.
Әммә беҙҙең төп бәлә тарҡаулыҡта, берҙәмлектең юҡлығында!
Атай-олатайҙарыбыҙҙың бөтә нәмәне һәр саҡ бергәләп хәл итеү йолаһына ҡарамаҫтан, идара итеү вертикалендә, айырым коллективтарҙа, тотош йәмғиәттә берҙәмлек күрмәнем.
Хатта әлегә тиклем ниндәйҙер дәрәжәлә аҡланмаған пессимизм, үҙ көсөңә, республика киләсәгенә ышанмаусанлыҡ һаҡланып ҡала. Барыһы ла башҡа ҡалалар һәм илдәр тураһында – һоҡланып, ә үҙебеҙҙең хаҡта ышанысһыҙ периферия кеүек һөйләйҙәр ине.
Шуға күрә беренсе көндән үк командам алдына мөмкин тиклем амбициоз маҡсаттар ҡуйҙым.
Хәйер, күп кенә коллегаларым быны шул саҡта ла, әле лә ҙур хәүеф тип баһалай. Йәнәһе лә, артабан “хеҙмәт батырлыҡтары” тураһында яҡшы отчет биреү өсөн иң ҡулайы өлгәшерлек бурыстар ҡуйырға.
Әммә мин һис ҡасан былай эшләмәнем. Коллегаларыма ла мөмкинлек бирмәм. Беҙ һәр саҡ аҡтыҡ көскә тиклем тырышасаҡбыҙ. Мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ.
Сентябрҙәге һайлау һөҙөмтәләренә ҡарағанда, республика халҡының күпселеге быны күрә, баһалай. Һәм беҙгә ышана. Был – мөһим ҡаҙаныш. Шул уҡ ваҡытта миңә бик юғары яуаплылыҡ йөкмәтелеүен, ғәйәт ҙур ышаныс бағланыуын аңлайым.
Бер йыл эсендә тупланыуға табан аҙым яһай алдыҡмы? Әйтергә кәрәк: ҡайһы бер һирәк осраҡтарҙы иҫәпкә алмағанда, эйе, аҙым яһалды!
Тупланыу өсөн беҙгә уйланырға ваҡыт булманы. Былтырғы Мөрәжәғәтнамәне тәҡдим иткән көндә тиерлек Сибайҙа карьер яна башланы. Бәләкәй ҡала был проблеманы яңғыҙы хәл итә алмаҫ ине.
Беҙ уға күмәкләп тотондоҡ. Хәтерегеҙҙәлер, элек беҙҙә өмә тигән йола бар ине. Күршеләр, бергә йыйылып, бәләгә тарыған кешегә ярҙам итә торғайны. Был да ысын “өмә” булды. Сибайға ашығыс рәүештә төрлө ведомстволарҙың йөҙҙәрсә белгесе ебәрелде.
Беҙ урындағы халыҡтың һаулығы насарайыуына юл ҡуймау өсөн аҙналар буйы ғаиләләренән алыҫта йәшәргә мәжбүр булған табиптарҙы ошонда саҡырҙыҡ. Ул саҡта беҙҙең медиктар Сибайҙың 20 мең кешеһен ҡабул итте. Әлеге залда дөйөм хәүефһеҙлекте тәьмин иткән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, янған ер ҡатламдарын һүндергән таусылар, хәлде күҙәткән экологик күҙәтеү белгестәре ултыра.
Танылған артистар һәм спортсылар ҡала халҡына рухи ярҙам күрһәтте. “Мәҙәниәт марафоны”нда легендаларыбыҙ – Нурия Исхаҡ ҡыҙы Ирсаева менән Фидан Сафа улы Ғафаров та сығыш яһаны.
Баҫып күренегеҙ, зинһар, хөрмәтле дуҫтар, ауыр минуттарҙа сибайҙар менән бергә булғандарҙың барыһы ла! Рәхмәт һеҙгә! Ошо алҡыштарға һеҙ лайыҡ! (Алҡыштар)
Башҡорттарҙағы күршеләр араһындағы ярҙамсыллыҡ йолаһын Ҡырым Республикаһы Башлығы Сергей Аксенов та хуплап сыҡты. Ул Сибайҙан 500 баланы Ҡырымдағы “Хыял” шифаханаһына саҡырҙы. Уға ҙур рәхмәт! (Алҡыштар)
Сибайҙағы хәл ысынлап та беҙҙе күп йәһәттән тупланы. Ҡарағыҙ әле, Благовещендағы “Полиэф”та аварияла нисек бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аныҡ аңлап, килешеп эш иттек. Һанаулы сәғәт эсендә башҡа ҡалаларҙан йөҙҙәрсә кеше техника менән килде. Эсәр һыуҙың бысраныуына юл ҡуйманыҡ.
Беҙгә бындай берҙәмлек нимәгә кәрәк? Ни өсөн мин тупланыу идеяһын үҙебеҙ өсөн иң мөһиме тип билдәләнем?
Сөнки әйтергә кәрәк – күп кенә кешеләр әле насар, фәҡир йәшәй. Ҡайһы берәүҙәр ҡыҫынҡы, бик ҡатмарлы шарттарҙа көн күрә. Был турала оноторға ярамай.
Эйе, бизнеста уңышҡа өлгәшкәндәр ҙә бар. Кемдер предприятиеларҙа, ҙур компанияларҙа насар булмаған эш хаҡы ала. Әммә күпселектә халыҡҡа хәҙер ҡыйынға тура килә.
Бындай хәлдең бер ҡасан да булғаны юҡ ине!
Барыһы ла яҡшыраҡ йәшәһен өсөн нимә эшләргә һуң?
Көслө бюджет, ҡеүәтле иҡтисад, ҡала, ауылдарыбыҙҙа тәртип кәрәк. Ә был бурыстар берҙәмлек булғанда ғына, клан, сәйәси, этник һәм уйлап сығарылған башҡа сәбәптәр буйынса тарҡаулыҡҡа юл ҡуйылмағанда тормошҡа ашырыла.
Республикаға иҡтисади драйв, инвестиция йәһәтенән алға китеш кәрәк. Быйыл беҙ инвестицияларҙы 15 процентҡа арттырыуға өлгәшә алдыҡ. Бындай хәлдең бер ҡасан да булғаны юҡ ине! Һуңғы йылдарҙа ошо төп күрһәткес буйынса үҫеш бөтөнләй күҙәтелмәне.
Беҙ федераль министрлыҡтар һәм корпорациялар менән эшләргә өйрәндек. Өс өр-яңы йылдам үҫеш биләмәһен асыуҙы яраштырҙыҡ. “Алға” махсус иҡтисади зонаһын ойоштороуға табан ныҡышмалы барабыҙ. Ул “Стәрлетамаҡ–Ишембай–Салауат” агломерацияһын үҫтереүгә, унда заманса производстволарҙы ғәмәлгә индереүгә ҡеүәтле этәргес бирәсәк, тип ышанам. Белеүегеҙсә, Алла бойорһа, унда эшебеҙ барып сыҡһа, шундай уҡ икенсе мөһим биләмәлә яңы махсус иҡтисади зона асыу тураһында уйлайбыҙ. Был инде киләһе Мөрәжәғәтнамә өсөн ваҡиға булыр.
Августа Рәсәйҙә иң ҙур Подольск ятҡылығын эшкәртә башланыҡ. Урал тау-металлургия компанияһы был проектҡа 50 миллиард һум инвестиция һала.
Башҡа перспективалы ҙур проекттарҙан “Газпром нефтехим Салауат”та газ эшкәртеү комплексын ойоштороуҙы Салауаттағы “Дога” предприятиеһында углеводородлы газ эшкәртеү ҡулайламаһын төҙөүҙе әйтеп үтергә кәрәк. Стәрлетамаҡ районында “Стерэкс Пак” компанияһы ихтыяж ҙур булған күп ҡатлы асептик төргәк сығарыу заводын төҙөй.
“Ласселсбергер” компанияһы Әбйәлил районында ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары етештерә башлай. Ошонда уҡ “Рус баҡыр компанияһы” баҡыр мәғдәне ятҡылыҡтарын эшкәртеүгә тотона. “Урал тау-металлургия компанияһы-холдингы” Юбилей һәм Яңы Учалы ятҡылыҡтарында күләмле проекттар өҫтөндә эшләй. Дөйөм алғанда, киләсәктә 100 инновация проектын тормошҡа ашырырға ниәтләйбеҙ.
Республикала “Сәнәғәт үҙәге” тигән ҡеүәтле индустриаль парк бар. Дүрт йыл эсендә уның резиденттары төбәк бюджетына 1 миллиард һум күсергән. Бында 1 200 эш урыны булдырылған. Беҙ ошо уңышлы проектҡа булышлыҡ күрһәтергә ҡарар иттек һәм уның майҙандарын тағы ла 10 мең квадрат метрға арттырҙыҡ.
Өс индустриаль паркыбыҙ – Шишмә районындағы “Агротехнологиялар үҙәге”, Өфө районындағы “Өфө” һәм “Нижегородка” парктары – Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы үткәргән конкурста еңеп сыҡты һәм 755 миллион һум күләмендә федераль ярҙам аласаҡ. Был – мөһим еңеү. Өҫтәүенә Башҡортостан әлеге конкурста тәүге тапҡыр ҡатнашты. Хәҙер беҙ тағы ла бер нисә проектты үҫтерәбеҙ.
Беҙҙәге агросәнәғәт комплексында ғәйәт ҙур ҡеүәт тупланған. Айырыуса бер нисә эшкәртеү стадияһын үткән продукция сығарыу йәһәтенән. Әле “Башбиотех” компанияһы менән бергә республикалағы агросәнәғәт комплексы тарихында Стәрлетамаҡ районында күләмле проектты тормошҡа ашыра башлайбыҙ. Унда игенде тәрән эшкәртеү комплексы төҙөлә. Эшкә 63 миллиард һум аҡса йүнәлтеү планлаштырыла.
Бәләбәй һөт комбинатында Savencia француз компанияһының йомшаҡ сырҙарын етештереү, Йәрмәкәй районында “Төньяҡ Нива” холдингының һөт йүнәлешендәге малсылыҡ комплекстары, Федоровка районында “Кремонини групп” итальян компанияһы фидлоты, Бәләбәй һәм Әлшәй райондарында “Таврос” компаниялар төркөмөнөң сусҡасылыҡ комплекстары кеүек ҙур проекттарҙы ла әйтеп үтергә кәрәк. Республиканың хаҡлы рәүештә “Рәсәйҙең һөт баш ҡалаһы” титулын йөрөтөүендә ысын оҫталарҙың хеҙмәте ҙур. Быйыл машина менән һауыу операторҙарының Бөтә Рәсәй конкурсында “Алексеевка” совхозы һауынсыһы Юрий Гордов илдең абсолют чемпионы булды. Юрий Федоровичты ошо мөһим еңеү менән тағы ла бер тапҡыр ҡотлайыҡ! (Алҡыштар)
Быйыл инвестицияларҙың етди үҫеше – үҙе үк һөҙөмтә. Был төп эшлекле үҙәк, эшҡыуарҙар өсөн иң яҡшы төбәк буласаҡ Башҡортостанға табан тәүге, әммә бик мөһим аҙым. Бөгөн беҙ бының өсөн әүҙем нигеҙ һалабыҙ. “Минең бизнесым” үҙәген, “Киләсәк фабрикаһы” коворкинг үҙәген ғәмәлгә индерҙек, күп йүнәлешле үҙәктә бизнес-тәҙрәләр асабыҙ.
Тырышлығыбыҙ һөҙөмтәһендә Башҡортостан йыл йомғаҡтары буйынса иң һөҙөмтәле төбәктәр иҫәбенә инде. Беҙ Рәсәй Хөкүмәтенән 1,3 миллиард һум күләмендә грант алып, ошо лайыҡлы “премияны” ҡала, ауылдарыбыҙҙа тормошто яҡшыртыуға йүнәлтәсәкбеҙ.
Йылдам үҫеш биләмәләре, индустриаль, агросәнәғәт һәм технопарктар, махсус иҡтисади зоналар ҙа инвестиция әүҙемлеген арттырасаҡ. Күптән түгел республика “Сколково” фондының төбәк операторына әүерелде. Хәҙер Башҡортостан резиденттары тейешле өҫтөнлөктәрҙең барыһын да үҙебеҙҙә туранан-тура рәсмиләштерәсәк. Ә был өҫтөнлөктәр ярайһы уҡ ҙур.
Йәштәр һеҙҙән өлгө алһын!
Республикала шәхси башланғыстар әүҙем тормошҡа ашырылһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйем. Эшҡыуарҙар өсөн яҡшы шарттар булдырылһын. Әммә шуны билдәләргә кәрәк, халыҡты, дәүләтте алдамаған, тәбиғәтебеҙҙе һәләк итмәгән, власты коррупция алымдарына йәлеп итергә маташмаған намыҫлы эшҡыуарҙар өсөн.
Беҙҙә бизнес менән йөҙләгән мөһим осрашыу булды. Бөтә инвесторҙарҙы ла тиерлек үҙем етәкләп йөрөтәм. Уларға тап беҙҙең төбәккә инвестиция һалыу кәрәклеген иҫбатлайым. Аҙна һайын “Инвестиция сәғәт”тәрен үткәрәм. Урындарҙағы башлыҡтарҙың да улар менән тығыҙ эшләүен талап итәм. Ҡала һәм райондарҙа эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫарҙар – бизнес-шерифтарҙы тәғәйенләнек. Улар, яңы иҡтисади сәйәсәтте тормошҡа ашырыусы булараҡ, урындарҙа эш әүҙемлеген арттырыуға ярҙам итәсәк.
Ышаныслы партнерҙарҙы беҙ һәр саҡ ныҡлы яҡлаясаҡбыҙ. Ғорурланырлыҡ аҡыллы, эшлекле кешеләр байтаҡ беҙҙә. Шуларҙың береһе – Ҡариҙел районынан Николай Порядин – бөгөн залда. Баҫып күренегеҙ, зинһар! (Алҡыштар)
Николай Васильевич ағас эшкәртеүҙе яйға һалып ҡына ҡалманы, ул Чехияның бөтә донъяға танылған Koh-i-Noor компанияһының партнерына әүерелде. Һеҙ, әлбиттә, был билдәле ҡәләмдәр һәм ручкалар маркаһын беләһегеҙ. Хәҙер уларҙы беҙҙең Ҡариҙел ағасынан эшләйҙәр. Был компания сеймал һәм әҙер продукция сифатына ҡәтғи талап ҡуя. Төрлө илдәрҙән һәм төбәктәрҙән байтаҡ фирма уларҙың тәьминәтсеһе булырға маташты. Ә улар тап беҙҙең эшҡыуарға өҫтөнлөк бирҙе. Рәхмәт һеҙгә, Николай Васильевич!
Вузда уҡыған осорҙа уҡ бизнес менән уңышлы шөғөлләнергә мөмкин. Станислав Куртышев менән Кирилл Федотов беренсе курста уҡ үҙ эшен башлаған. Бөгөн уларға 32 йәш. Егеттәр – республикала билдәле эшҡыуарҙар, “Төлкөбикә күмәсе” икмәкханалар һәм кафелар селтәре хужалары. Уларҙың компанияларында 200-ҙән ашыу кеше эшләй. Көн һайын ризыҡтарын меңдәрсә кеше һатып ала. Егеттәр үҙҙәренең бизнес-идеяһын тормошҡа ашырған. Был йәштәр өсөн яҡшы өлгө!
Быйыл иҡтисадта эш хаҡын ысын арттырыуға өлгәштек. Был беҙҙең айырым хәстәрлегебеҙ. Эшҡыуарлыҡтың беҙҙе хуплауы ҡыуандыра. Төрлө тармаҡтарҙағы предприятиелар эш хаҡын арттыра. Быйыл төҙөлөштә ул – 15 процентҡа, ауыл һәм урман хужалығында – 9-10, туҡыу сәнәғәтендә – 9,5, химия етештереүендә 10 процентҡа үҫкән.
Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәрәбеҙ. Киләһе йыл бының өсөн 2019 йылға ҡарағанда 1,6 миллиард һумға күберәк аҡса йүнәлтмәксебеҙ. Ә өс йыл эсендә уларҙың эш хаҡының үҫеше 10 миллиард һум самаһы тәшкил итәсәк. Бындай өҫтәмәне һәр кем тоясаҡ.
Эшһеҙлек проблемаһын хәл итәбеҙ. Яңы эш урындары булдырабыҙ. Быйыл “Башкирэнерго” – 830, “НефАЗ” – 560, Башҡортостан генерациялау компанияһы – 165, Бәләбәй һөт комбинаты 138 хеҙмәткәрҙе эшкә алған һ.б. Кадрҙарына һаҡсыл мөнәсәбәттә булған, мәшғүллек өсөн яңы мөмкинлектәр асҡан эш биреүселәрҙең барыһына ла ихлас рәхмәт әйтергә теләйем.
Беҙ республикала бөтә идара итеү вертикален яңыртыу өсөн күп эш башҡарҙыҡ. Командама ҡараштарымды уртаҡлашҡан кешеләр килде. Үҫеш Хөкүмәте төҙөнөк.
Урындағы хакимиәт башлыҡтары корпусы һиҙелерлек үҙгәрҙе. Бер йыл элек башлыҡтарҙың вазифаһын башҡарыу осорон рәттән ике срок менән сикләргә кәрәк, тигәйнем. 20 районда һәм биш ҡалала кадрҙар алмаштырылды. Урындағы хәлде үҙенсә күргән яңы етәкселәр быуыны килә. Шул уҡ ваҡытта беҙ кадрҙарҙы тейешенсә баһалай ҙа беләбеҙ. Башлыҡтарҙың тәжрибәһен башҡа мөһим йүнәлештәрҙә файҙаланабыҙ.
Беҙ республика һәм федераль бюджеттан финанс ағымын артабан да тәьмин итәсәкбеҙ. Шул уҡ ваҡытта коррупцияға һәм уғрылыҡҡа етди кәртә ҡуйыласаҡ. Дәүләт кеҫәһенә ҡулын тыҡҡандарҙың исемдәрен асыҡтан-асыҡ әйтәсәкбеҙ, сөнки юл төҙөлөшөндә, подъездарҙы, ихаталарҙы төҙөкләндереүҙә урларға маташалар. Ҡайһы бер намыҫһыҙҙар хатта мәктәп ашханаларында балаларҙың ризығын урлай. Йыл башынан алып 37 әүәлге вазифалы кешегә коррупция енәйәте өсөн хөкөм сығарылған. Тағы ла 42 кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Беҙ тәбиғәт ҡаҙылмаларын законһыҙ сығарыуға, ағас ҡырҡыуға ҡаршы һуғыш иғлан иттек. Әлбиттә, ҡайһы бер эшмәкәрҙәрҙең мине ишетмәүен дә аныҡ беләм. Тәбиғәт байлыҡтарын әлегә тиклем юғалтыуҙы дауам итәбеҙ. Әммә мин был мәсьәләне мотлаҡ хәл итәсәкмен.
Бер йыл элек “Башавтотранс”ты, “Башкиравтодор”ҙы, “Башҡортостан” нәшриәтен һәм власть кабинеттарындағы чиновниктар үҙҙәренең коммерция мәнфәғәтендә күрәләтә бөлгөнлөккә төшөргән башҡа төп республика предприятиеларын һәләкәттән ҡотҡарҙыҡ. Бындай эшем эйәләренән законһыҙ алған ер биләмәләрен дә, күсемһеҙ милек объекттарын да мотлаҡ тартып аласаҡбыҙ.
Һәм тағы ла – Башҡортостан йылға пароходлығын күпме мәсхәрә итергә мөмкин?! “Өфө” йылға порты ла ауыр хәлгә тарыған. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығынан республикала һәр саҡ бай традициялары менән дан ҡаҙанған йылға флотын тергеҙеү йәһәтенән аныҡ план тәҡдим итеүҙе һорайым.
Республикала власть асыҡ буласаҡ
Беҙҙең асыҡлыҡ ваҡытлыса тактика ла, һайлау алды стратегияһы ла түгел. (Дөрөҫөн әйткәндә, ғәмәлдәге көндәлек эштән тыш, айырым стратегиям да булманы). Республикала власть Башлыҡ вазифаһында эшләй башлауымдың тәүге көнөнән алып аҙаҡҡыһына тиклем асыҡ буласаҡ.
Коллегаларымды кешеләр менән һөйләшеүҙәрен һорайым, ҡайһы саҡта мәжбүр итәм, сөнки хәҙер башҡаса ярамай. Быға күп тапҡыр инандыҡ. Үҙем дә ихласлыҡ, асыҡлыҡ йәһәтенән өлгө күрһәтергә тырышам. Һәр һорауға асыҡтан-асыҡ яуап бирәм. Иң ҡатмарлы проблеманан да бер ваҡытта ла ситкә китмәйем.
Мәҫәлән, Ҡуштауға ҡағылышлы хәлгә килгәндә. Был турала айырыуса бөгөн һөйләшергә теләйем. Ҡуштау эшкәртеләсәк. Сөнки мин бер ваҡытта ла меңдәрсә кешене эшһеҙ ҡалдырыу менән ризалашмаясаҡмын. Ҡулымды ҡайырып, фекеремде үҙгәртергә тырышыу, журналистарҙы һәм милләтселәрҙе һатып алыу файҙаһыҙ. Бер компанияны баҙарҙан ҡыуып сығарып, үҙҙәренекен индерергә тырышҡандар быны эшләргә маташа. Шул уҡ ваҡытта улар тәбиғәт байлыҡтары йәһәтенән Ҡуштауҙан бер яғы менән дә ҡалышмаған биләмәгә инерҙәр ине. Был осраҡта Стәрлетамаҡ тағы ла бер нисә йыл, ғәфү итегеҙ, ыштанһыҙ ултырыр ине!
Беҙ урындағы халыҡтың фекерен даими өйрәнәбеҙ. Уларҙың һәр береһе сода производствоһының оҙаҡ ваҡытҡа туҡтап ҡалыуы ҡала өсөн ниндәй эҙемтәләргә килтереүен яҡшы күҙаллай. Ә ойошҡан рәүештә баҫым яһарға маташыуҙарға тейешле хоҡуҡи баһа биреләсәк.
Республикала эш урындары булдырғандарҙың барыһын да ниңә “күтәреп йөрөтөргә” кәрәк? Һәр предприятиеға, һәр инвесторға ниңә шулай йәбешәм? Эшлекле яҡташтарым, тәжрибәле белгестәр ғаиләләренән айырылып, башҡа төбәктәргә меңләп китмәһен өсөн. Айҙар буйы эш хаҡы түләмәйенсә, асылда йәшәүгә бер тин аҡсаһыҙ ҡалдырылған Владивостоктағы вахтасыларыбыҙ кеүек хәл-ваҡиғалар булмаһын өсөн. Беҙ хәлгә ҡатнашып, яҡташтарыбыҙға ярҙам итәбеҙ. Ғөмүмән, берәүҙе лә һис ҡасан да ауыр хәлдә яңғыҙ ҡалдырмаҫбыҙ. Әлбиттә, бындай осраҡтар башҡаса ҡабатланмауын теләр инек. Кешеләрҙең ошонда, республикала эш урындары һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы булһын ине.
Халыҡты борсоған мәсьәләләрҙең асылын аңлау, уларҙы хәл итеү алымдарын табыу, һәр кемде ишетеү – командалағы һәр кешенән тап ошоно талап итәм. Эшемдә “Инцидент менеджмент” системаһы – төп инструмент. Беҙ уны бер йыл элек ғәмәлгә индерҙек. Һөҙөмтәләр бар – власть кешеләргә йөҙө менән боролдо, тип ышаныслы әйтергә мөмкин.
Бөгөн ошо залда – Стәрлетамаҡтан Елена Васильевна Калюжная, Благовещен районынан Наталья Николаевна Аносова, Өфө районынан Олеся Ирек ҡыҙы Серегина, Иглин районынан Наталья Эдуардовна Агеева һәм Өфөнөң Октябрь районынан Гөлшат Шәфҡәт ҡыҙы Шәйхетдинова. Баҫып күренегеҙ, зинһар! Рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле дуҫтар! Һеҙ мин әйтеп үткән муниципалитеттар халыҡ менән бәйләнеш йәһәтенән ысын мәғәнәһендә иң яҡшылар исемлегенә инһен өсөн байтаҡ эш башҡарғанһығыҙ. Коллегаларығыҙҙың уртаҡ тырышлығы менән Башҡортостан ошо эште ойоштороу буйынса Бөтә Рәсәй интернет-форумында икенсе урын яуланы. Беҙ Рәсәй Президенты хакимиәтенән дә юғары баһа һәм награда алдыҡ.
Киләһе йыл Төбәккә идара итеү үҙәген ойошторасаҡбыҙ. Ул тәүлек әйләнәһенә республика тормошоноң бөтә өлкәләренән мәғлүмәт йыйыуҙы һәм анализлауҙы, йылдам ҡарарҙар ҡабул итеүҙе тәьмин итәсәк. Үҙәк шулай уҡ социаль-иҡтисади хәлде моделләү һәм күҙаллау менән шөғөлләнәсәк.
Инцидентта баштан уҡ ҙур шау-шыу тыуҙырған проблема медицина булды. Был мәсьәлә менән эштең тәүге сәғәттәренән үк шөғөлләнә башланыҡ.
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә дауаханаларға һәм поликлиникаларға 660 медицина хеҙмәткәрен йәлеп итә алдыҡ. Кешеләргә тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген арттырабыҙ. Сират көтөү ваҡытын кәметтек. Табипҡа яҙылыуҙы ябайлаштырҙыҡ. Беҙҙең өсөн иң мөһиме – кешеләр, аҙналар, айҙар буйы көтмәйенсә, кәрәкле белгескә эләгә алһын.
Йыл аҙағына тиклем Дүртөйлөлә һәм Туймазыла балалар поликлиникаларын, Благовар районының Языков ауылында үҙәк район дауаханаһының яңы хирургия корпусын асабыҙ. Бәләбәйҙәге һәм Ишембайҙағы бала табыу йорттарында, Салауаттағы һәм Октябрьскийҙағы балалар поликлиникаларында, Республика балалар клиник дауаханаһы стационарында капиталь ремонтты тамамлаясаҡбыҙ. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан, яман шештән үлем осраҡтарын кәметеү өсөн кардиология үҙәгенең хирургия корпусын, онкология диспансерының туғыҙ ҡатлы корпусын һалабыҙ. Һуңғы йылдарҙа улар республика төҙөгән иң ҙур һаулыҡ һаҡлау объекттарын тәшкил итә.
Республика перинаталь үҙәге биләмәһендә медицина авиатранспорты өсөн тәүге вертолет майҙансығы эшләй башланы. Зыян күргәндәрҙе ҡотҡарыу мөмкинлеген биргән санавиацияны тергеҙәсәкбеҙ. Бергәләп өлкәндәр һәм балалар өсөн республикабыҙға бик кәрәкле хоспис төҙөйбөҙ. Ошо изге эшкә аҡса күсергәндәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтергә теләйем. Йыйылған аҡса комплексты проектлауға етте. Тиҙҙән мөһим объект мотлаҡ төҙөләсәк.
Шуныһы мөһим: йыл башынан алып ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан һәм күп йылдар дауамында тәүге тапҡыр яман шештән үлем осраҡтары һиҙелерлек кәмене. Беҙ пациенттарҙа яман шеште алдан уҡ асыҡлаған табиптарҙы матди йәһәттән дәртләндерә башланыҡ. Йыл башынан алып ошондай өс меңдән ашыу осраҡ асыҡланған.
Шулай уҡ юл фажиғәләрендә, һыуҙа, үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙан, ялған алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтарын кәметеүгә өлгәштек. Йәғни бер йыл эсендә 2600 ғүмерҙе ҡотҡарып ҡалдыҡ. Артабан да һәр кеше, уның һаулығы өсөн көрәшәсәкбеҙ. Бының өсөн юғары технологиялы медицина ярҙамына эйә булыу мөмкинлеген тәьмин итеү мөһим. Беҙ ҡала һәм район дауаханалары өсөн заманса ҡорамалдар һатып алабыҙ. Улар туҡтап тормауын, даими эшләүен ҡәтғи күҙәтәбеҙ. Белорет дауаханаһына, Өфөнөң 13-сө дауаханаһына, республика онкодиспансерына, ашығыс медицина ярҙамы өсөн компьютер томографтары, МРТ аппараттары, ангиограф ҡуйҙыҡ.
Дарыуҙар тәьминәтен тәртипкә килтерәбеҙ. Ошо маҡсатҡа сығымды икеләтә арттырҙыҡ. Федераль бюджеттан өҫтәмә рәүештә бер миллиард һумдан ашыу аҡса алдыҡ. Ауыл медицинаһын тергеҙәбеҙ – фельдшер-акушерлыҡ пункттары селтәрен киңәйтәбеҙ. Йөҙҙән ашыу кардиология кабинетын астыҡ. “Ауыл фельдшеры” программаһын тормошҡа ашырабыҙ. Мәктәптәрҙә заманса стоматология кабинеттары булдыра башланыҡ. Беҙҙең дауаханалар һәм поликлиникалар күркәмләнә, йәнләнә бара.
Был өлкәлә бөтә проблемаларҙы ла хәл итеп бөттөкмө? Юҡ, әлбиттә. Әммә бер йыл эсендә граждандарҙан ошо тема буйынса мөрәжәғәттәр байтаҡ кәмене. Тимәк, беҙ дөрөҫ йүнәлештә барабыҙ.
Ғөмүмән, был йүнәлеште ил етәкселеге билдәләне. Рәсәй Президенты башланғысы менән тормошҡа ашырылған милли проекттар – тиҫтәләрсә миллиард һум, меңдәрсә ҙур эш һәм башланғыс медицинаны, мәғарифты, фәнде үҫтерергә, ҡала һәм ауылдарҙағы тормош сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк.
Мортаза РӘХИМОВ, Башҡортостандың беренсе Президенты:
– Радий Хәбиров тырышырға һәм хеҙмәт итергә кәрәк икәнлеген белә. Иң мөһиме – ул бөгөн Башҡортостанда барлыҡҡа килгән етешһеҙлектәрҙе күрҙе. Ә республикала хәл итәһе мәсьәләләр етерлек. Ул бөтә аспекттар буйынса ла үтте. Мин тыңлап ултырҙым һәм шатландым: яңы Башлыҡ тәртип булдырасаҡ.
Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА, Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар ассамблеяһы советы рәйесе:
– Быйылғы Мөрәжәғәтнамәнең төп йүнәлеше ғаилә булды. Ғаилә – республика тормошондағы барлыҡ ыңғай үҙгәрештәр ошо бәләкәй генә дәүләт тирәләй әйләнергә тейеш. Үҫешкән иҡтисад – төп аспект. Был – сифатлы белем биреү, медицина, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшмәкәрлеге. Ғаиләнең именлеге, матди мөмкинлектәре, бала табыу һәләте, уларҙы тәрбиәләү – быларҙың барыһы ла уңышлы үҫеш нигеҙе, сөнки тап бында аҡыллы, яуаплы, әүҙем йәштәр үҫә. Тап улар, Радий Фәрит улы белдереүенсә, республиканың һәм үҙҙәренең тарихын булдырасаҡ.
Бөгөн республикала иҡтисад үҫешһен, йәш ғаиләләр һәм белгестәр тыуған илебеҙҙә ҡалһын өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә. Республика иҡтисадына инвестициялар күләме 15 процентҡа артҡан, социаль инфраструктура төҙөлөшөнә, сифатлы медицинаны үҫтереүгә, мәғарифты, йәш белгестәрҙе йәлеп итеүгә ҙур-ҙур аҡсалар йүнәлтелә. Быларҙың барыһы ла ғаилә мәнфәғәтендә.