Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Декабря 2019, 06:50

Америка хәҙер донъя хакимы булырға теләмәй

Ҡушма Штаттарҙың һәр йәһәттән өҫтөнлөгө – тарих өсөн бик ҡыҫҡа ваҡыт, утыҙ йыл самаһы ғына, дауам итте. Ошо арала ул ике һынылыш кисереп өлгөрҙө, ләкин дәүер үҙе 1989 йылғы Берлин диуары харабаларында яралғы алғайны. Аҙағы иһә 2003 йылға, Ираҡта уңышһыҙлыҡҡа осрауға тура килә. Артабан иһә беҙ, Американың яҙмышы менән виртуаль рәүештә булһа ла күҙәтеп барыусылар, аҡрынлап ҡыйрала барыуға шаһитбыҙ.

Иң ҡеүәтле дәүләттең алдынғылыҡты юғалта барыуы.


Ҡушма Штаттарҙың һәр йәһәттән өҫтөнлөгө – тарих өсөн бик ҡыҫҡа ваҡыт, утыҙ йыл самаһы ғына, дауам итте. Ошо арала ул ике һынылыш кисереп өлгөрҙө, ләкин дәүер үҙе 1989 йылғы Берлин диуары харабаларында яралғы алғайны. Аҙағы иһә 2003 йылға, Ираҡта уңышһыҙлыҡҡа осрауға тура килә. Артабан иһә беҙ, Американың яҙмышы менән виртуаль рәүештә булһа ла күҙәтеп барыусылар, аҡрынлап ҡыйрала барыуға шаһитбыҙ.


Көрсөк мәсьәләһе хәл ителдеме?


АҠШ-тың гегемонлығын, йәғни алдынғы урынын, тамам юғалтыуы һуңғы ике йылда булғандыр. Ғәжәйеп статусының ҡаҡшауына тышҡы факторҙар сәбәп булдымы, әллә Вашингтон үҙ ахырын үҙенең тәкәббер ғәҙәттәре һәм килде-киттеле эш-ғәмәлдәре менән тиҙләт­теме? Был турала беҙ, томаналар, түгел, бәлки, йомро башлы тарихсылар йылдар буйы бәхәсләшер әле. Әлегә, хәл ҡәҙәренсә, күҙә­теүҙәрҙе ҡағыҙға төшөрәйек.
Ғәҙәттәгесә, йән биреү күп фак­торҙарҙың йыйылмаһына бәйлән­гән була. Америка осрағында халыҡ-ара системаның тәрәнтен структуралары хакимлыҡтың бер держава ҡулында тупланыуына ныҡышмалы ҡаршылыҡ күрһәтте. Әммә ошо юҫыҡта Вашингтондың бығаса күрелмәгән мөмкинлектәргә эйә була тороп та гегемонлығын елгә осороуы, йоғонтоһон файҙа­лана белмәүе, союздаштарын юғалтыуы һәм дошмандар табыуы ғәжәпләндерә. Дональд Трамп хакимлыҡҡа килеү менән АҠШ илдең халыҡ-ара аренала булыуын билдәләгән идеяларға һәм маҡсат­тарға иғтибарын, ышанысын юғалт­ты шикелле. Ә был идея һәм маҡсаттар етмеш биш йыл үҙ көсөндә ҡала килгәйне.
Тарихҡа аҙ ғына әйләнеп күҙ һалһаҡ, бер нәмәгә ышанырбыҙ. АҠШ-тың һуғыштан һуңғы гегемон­лығы Рим империяһынан һуң һис булмаған күренеш ине. Тарихсылар, ғәҙәттә, “америка быуатын” 1945 йылдан алып иҫәпләй, ләкин Икенсе донъя һуғышынан аҙаҡҡы дәүер 1989 йылдан башланғанынан айырыла.
1945 йылдан һуң Франция менән Бөйөк Британия әле империя рәүешендә ҡала килде һәм улар­ҙың йоғонтоһо шаҡтай һиҙелерлек ине. Күп тә үтмәй, Советтар Союзы супердәүләткә әйләнде һәм плане­таның һәр тарафында Вашингтон­дың йоғонтоһона ҡаныға башланы.
“Һалҡын һуғыш”тан аҙаҡ аме­рикандарҙың өҫтөнлөгөн һиҙемләү ҡыйын ине. “Дипломатия” тигән китабында (ул рус телендә нәшер­ләнде) Генри Киссинджер яңы күп полярлы дәүерҙең тыуыуын фараз­лағайны. Ҡушма Штаттарҙың үҙен­дә лә ҡалҡыныу тойолманы. 1992 йылғы президент кампанияһында көсһөҙлөк һәм арыу үҙен һиҙҙерҙе лә. “Һалҡын һуғыш” тамам, Япония менән Германия еңде” тигән раҫлауҙар йышая башланы. Азияла иһә “Тымыҡ океан быуаты” тигән һүҙ сыҡты. Ғөмүмән, күпселек бер полярлыҡтың һүнеүен тәбрикләне, сөнки был ҡотолғоһоҙ ине. Ә 1991 йылда Балҡан ярымутрауында һуғыш башланғас, Европа Сою­зының башлығы: “Европаның сәғәте һуҡты. Әгәр европалар ниндәйҙер проблеманы хәл итә ала икән, был – Югославия”, – тип ебәрҙе. Әммә әлеге көрсөктә еңеү өсөн етерлек көс һәм йоғонтоноң Америка Ҡушма Штаттарында ғына булыуы асыҡланды.
Йәки икенсе миҫал: 90-сы йылдар ахырында Көнсығыш Азия илдәрен иҡтисади ҡаушау биләп алғас, донъя финанс системаһын тотороҡландырыуға Ҡушма Штат­тарҙың ғына һәләтле булыуы мәғлүм булды. Зыянды иң ауыр кисергән дәүләттәргә ярҙам йөҙөнән Америка 120 миллиард доллар бүлде һәм көрсөк мәсьәләһе хәл ителде.


Американың зитына тейгән хәл


Йәнә бер фекерҙе уҡыусыларға еткерергә кәрәктер. Американың элекке президенты Барак Обама донъяның һәр тарафында Штат­тарҙың демократияны ҡорал менән көсләп тағыу программаһының урынлы булыуына шик белдер­гәйне. 2009 йылдың сентябрендә БМО Генераль ассамблеяһы сессияһында сығыш яһағанда ул, хәтерегеҙҙә булһа, былай тигәйне: “Демократия ниндәй ҙә булһа илгә тыштан индерелә алмай. Һәр ил үҙ юлын эҙләргә тейеш, һәм бер генә юл да камил булмай. Америка ла әүәл демократияны пропаган­далағанда саманы онотоп ебәр­геләне”. Был, бәлки, Америкала Горбачевтың беҙҙәгесә үҙгәртеп ҡороуының башланыуылыр? Американдар элеккесә донъяны ҡара һәм аҡ фигуралар булған шахмат таҡтаһы рәүешендә күрә. Легендар советолог Збигнев Бжезинскийҙың киң билдәле китабы ла тиктәҫкә генә шулай аталмағандыр.
(Әйт­кәндәй, ул да руссаға тәржемә ителгән). Был сәйәсмән, донъялағы бер генә илдең дә башкөллө лидер­лыҡты ҡулға төшөрөү мөмкинлеге юҡ, тип иҫәпләй. Әммә, мәҫәлән, Ҡытай донъя сәйәсәтендәге көстәрҙең нисек булыуын американдар күреп ғәҙәтләнгәндән айырмалы рәүештә, хәйләлерәк һәм күп ҡырлыраҡ итеп күҙ алдына килтерә. Һәм ошо күренеште ғәмәли итеү өсөн ифрат ныҡышмалылыҡ күрһәтә.
Ҡушма Штаттарҙың көсөн юғал­та барыуы уның төп геосәйәси көндәше булған Ҡытайға ғәйәт ҙур өҫтөнлөктәр бирә. Ҡытай, Советтар Союзы тарҡалып, буш ҡалған урынды биләгәс, Америка гегемон­лығына бигүк өҫтөнлөк бирмәҫ көскә әүерелде. Күпселек етди сәйәсмәндәр әйткәнсә, донъя масштабындағы һәр ваҡиғала Ҡытай факторы үҙен һиҙҙерә. Ул өлкән ил, бизнеста уҙаҡташ йә дипломатик мөнәсәбәттәр субъекты булыуҙан туҡтап, хәҙер донъя сәйәсәтенең тос факторы. Ошо хәл американдарҙың сәменә тейә.
Американың гегемонлығы уҙған быуаттың 90-сы йылдарының башында нығынған һымаҡ, ун йыллыҡ үтеүгә, был ҡеүәтте ҡаҡшатырлыҡ көстәр ҙә күтәрелә башланы. АҠШ-ты, әлбиттә, “алмаштырғыһыҙ мил­ләт”, “донъялағы берҙән-бер супер­дәүләт” тип маһайтыу дауам итте. Ләкин, юғарыла әйткәнсә, Ҡытай үҫеүгә китте. Хәҙер уйлаһаң, шул ваҡытта уҡ Пекиндың Вашингтонға ысынлап та берҙән-бер көндәш буласағын фаразлау мөмкин булған. Тик сирек быуат элек был шул ҡәҙәре лә етди төҫ алыр тип кем уйлаған?


Ҡушма Штаттар донъяны үҙгәртмәксе ине...


Ҡытай, Америка менән тарт­ҡылашырлыҡ ҡеүәткә һәм дәрткә эйә булған яңы бөйөк державаға әүерелде. Рәсәй, үҙ сиратында, 90-сы йылдарҙың башындағы көсһөҙлөк һәм ҡул һелтәүҙән ҡон ҡайтарырлыҡ, мөмкинлектәре һәм мәкерлектәре булған дәүләт позицияһына әйләнеп ҡайтты. Ҡушма Штаттар төҙөгән халыҡ-ара системанан ситтә ике төп глобаль дәүләт хасил булды һәм ошоноң менән донъя постамерикан, йәғни Американың хәл иткес тауышы булмаған, дәүергә аяҡ баҫты. АҠШ – планетала элеккесә иң йоғонтоло ил, ләкин ул яуап ҡайтара алырлыҡ глобаль һәм төбәк державалары донъяһында көн итә. Тегеләр иһә Америкаға даими рәүештә “ҡуҡыш күрһәтә” тора.
Американың гегемонлығын нимә ҡаҡшатты икән? Яңы көндәштәрҙең хасил булыуымы, әллә мин-мин­лектән самаһыҙ көсөргәнеүме? Ҡатмарлы һәммә тарихи күре­нештәргә хас булғанса, тегенеһе лә, быныһы ла ғәжәп түгел. Ҡы­тайҙың күтәрелеүе, дипломатик оҫталыҡҡа ҡарамай, теләһә ҡайһы гегемондың хакимлығын ҡаҡша­тырлыҡ тектоник тетрәнеү булды.

Рәсәйҙең әйләнеп ҡайтыуы иһә – ҡатмарлыраҡ феномен. Йәш­тәрҙең хәтерләмәүе лә ихтимал, 90-сы йылдарҙа беҙҙең етәкселек илде либераль демократияға, Европа дәүләтенә, Көнбайыштың союздашына әүерелдерергә тәүәк­кәлләгәйне. СССР-ҙың сит ил эштәре министры Эдуард Шеварднадзе АҠШ-тың 1990 – 1991 йылдарҙа Ираҡ менән һуғышын ҡаматланы. Советтар Союзы тар­ҡалғандан аҙаҡ Рәсәйҙең тәүге сит ил эштәре министры булған Андрей Козырев унан да былайыраҡ либерал, интернационалист һәм кеше хоҡуҡтарын яҡлаусы ине.
Рәсәйҙе кем юғалтҡан – икенсе бер мәҡәлә өсөн тема. Ҡушма Штаттарҙың Рәсәй менән мөнә­сәбәттәрҙә һәм, ғөмүмән, бер полярлыҡ осоронда ебәргән иң ҙур хатаһы – эшкә һанамау. Һалҡын һуғыш йылдарында АҠШ Үҙәк Америкалағы, Көньяҡ-Көнсығыш Азиялағы, Тайвань боғаҙындағы һәм хатта Ангола менән Нами­биялағы ваҡиғалар менән ҡыҙыҡ­һына торғайны. 90-сы йылдарҙың уртаһына ҡыҙыҡһыныу юғалды. Аҡ йорт та, конгресс та Рәсәйҙе үҙ­гәртеү йәһәтенән ҡыл да ҡыбыр­латманы, “Маршалл планының” яңы вариантын әҙерләргә телә­мәне, йәки илдәге хәлдең айышына ныҡлап төшөнмәне.

Беренсе донъя һуғышынан һуң Ҡушма Штаттар донъяны үҙгәр­тергә теләгәйне. Быны бойомға ашырыуға форсат 90-сы йылдарҙа килеп сыҡты. Илдәр американдар юлынан китә башланы. Фарсы ҡултығындағы һуғыш донъялағы тәртиптең үҙгәреүен күрһәтте: билдәле бер ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн яза биреү, халыҡ-ара хоҡуҡ­тарҙы ҙур дәүләттәрҙең мотлаҡ хуп­лауы һәм башҡалар, ләкин ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр менән бер үк ваҡытта Ҡушма Штаттар донъя эштәренә иғтибарын юғалтты.
1990 йылдарҙа Америка сәйәс­мәндәре әле планетаны үҙгәртергә теләй ине, әммә сығымдарһыҙ ғына. Уларҙың кәрәкле сәйәси капиталы ла, мөмкинлектәре лә табылманы. Шуға күрә Вашингтон бүтән илдәргә һәр даим бер үк кәңәш бирә килде: иҡтисадта шок терапияһы (беҙҙә Гайдарса) һәм шунда уҡ демократияға күсеү. Көнбайыштың үҙенең иҡтисадты либералләштереүгә һәм сәйәсәтте демократлаштырыуға оҡшаш юлы яраҡһыҙ булып сыҡты.
Ҡушма Штаттар эҙмә-эҙлек­лерәк, киңерәк мәнфәғәттәр һәм идеялар хаҡына эшләһә, ул үҙенең йоғонтоһон тиҫтәләрсә йылға оҙай­та ала ине. Либераль гегемон­лыҡты һаҡлап ҡалыуҙың ҡағиҙәһе ябай: либерализм күберәк һәм гегемонлыҡ аҙыраҡ булһын, ләкин Вашингтон башлыса үҙ ихтыяждарын ғына көҫәне, союздаштарын ситләтте һәм дошмандарын ишәйтте. Мәсьәлә шунда: Америка хакимлығының ҡаҡшауын уны тыуҙырған һәм үҫтергән халыҡ-ара система күтәрә алырмы? Әллә ул үҙ идеялары империяһының һәләкәтенә шаһит булырмы?
Читайте нас