Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев транспорт сараһын өҫтәмә маркировкалау талаптарын раҫлау тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйған. Был документҡа ярашлы, маркировка коррозия йәки ремонт, яңынан эшләнеү сәбәпле юҡҡа сыҡһа һәм шул сәбәпле транспорт сараһын асыҡлап булмаһа, өҫтәмә маркировка талап ителәсәк.