Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
23 Декабря 2019, 14:45

Өфө эшҡыуарын үлтереп...

Өс "дуҫ" бергә 54 йыл ғүмерен колонияла уҙғарасаҡ.

Башҡортостандың Юғары суды бынан ике йыл элек заказ буйынса үҙенең шәхси автомобилендә атылған эшҡыуарҙың үлемендә ғәйепле булыусыларға хөкөм ҡарары сығарҙы.
Ғәйепле һаналған өс иргә енәйәт эшендә ҡатнашыу дәрәжәһенә ҡарап “ҡоралды һәм һуғыш кәрәк-яраҡтарын законһыҙ һатып алыу, йөрөтөү, һатыу”, “ялланып үлтереү”, “кеше үлтереү” статьялары буйынса яза бирелә. Уларға 61, 58 һәм 29 йәш.
2017 йылдың декабрендә 61 йәшлек ғәйепләнеүсегә танышы Өфө ҡалаһындығы эшҡыуарҙы үлтерергә тәҡдим итә. Эт – эткә, эт ҡойроҡҡа тигәндәй, ир заказды үҙенең 58 танышына тапшыра, уныһы йәнә берәүҙе ярҙамға ала. Һөҙөмтәлә ике енәйәтсе ҡорбанын ай дауамында бик ентекле күҙәтә. Үткән йылдың февраль айында улар эшҡыуарҙың үҙенең “Тойота Камри” автомобилендә өйөнә яҡынлауын күрә һәм уның башына, муйына бер нисә тапҡыр яҡындан ата. Эшҡыуар алған йәрәхәттәрҙән шунда уҡ йән бирә.
Оҙаҡ ваҡыт енәйәтселәрҙең эҙенә төшә алмайҙар. Суд барышында ла хөкөм ителеүселәр үҙ ғәйебен танымай, инҡар итә. Әммә килтерелгән факттарҙың барыһы ла уларҙың ғәйепле булыуын дәлилләй. Суд үлтереүсене - 17 йылға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына, ҡалған икәүһен 19 һәм 18 йылға махсус режимлы колонияға ебәргән. Шулай уҡ хөкөм ителгәндәрҙән 2,4 миллион һум күләмендә әхлаҡи зыян өсөн компенсация алынған.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас