Республиканың бер районында таныш ир менән ҡатын ваҡытлыса ялланған фатирҙа күңел аса. Ҡатын иҫергәс, уның ярҙамһыҙ булыуын файҙаланып, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта баш бухгалтер булып эшләгән әлеге ир уны мәсхәрәләй.
Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостандағы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ғәйепләнеүсе ҡулға алынған, тикшереү эштәре бара. Рәсәй Енәйәт кодексының “Көсләү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ирҙең ғәйебе иҫбат ителһә, уны ун йылға иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.
Бында, әлбиттә, еңел-елпе холоҡло ҡатындың да ғәйебе юҡ түгел. Эскелектең ҡасан яҡшыға илткәне бар?