Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
25 Декабря 2019, 18:10

Хатты министр яҙмаған!

Иғтибар итегеҙ, был алдаҡ документ!

Хөкүмәт вице-премьеры, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә мутлашыусыларҙың уның исеменән хат таратыуын белдергән. Ялған документтың фотографияһын да теркәгән. Аферистар чиновниктың исемен файҙаланып,”Базы” ауыл хужалығы предприятиеһынан дәүләт башланғысы өсөн финанс ярҙамы һораған.
“Республикабыҙҙағы ябай булмаған иҡтисади хәлде иҫәпкә алып, республикалағы төп әһәмиәтле ваҡиғаларҙа хәйриә ярҙамы күрһәтеү үтенесе менән мөрәжәғәт итәм”, - тип башлана хат. Мутлашыусылар фекеренсә, республикала халыҡты торлаҡ менән тәьмин итеүҙә һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙә ярҙам итеү маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу өсөн конкурс ойошторолған, имеш, унда ниндәйҙер “Консалтинг Групп” еңеп сыҡҡан. Шул сәбәпле, “Базы”ның генераль директоры Вадим Соколовтан торлаҡ кәрәк-яраҡтары өсөн 60 мең һум аҡса һорағандар. Аҡсаны алыусы ла шул уҡ – “Консалтинг Групп”...
- Иғтибар итегеҙ, был - алдаҡ документ! Мин бындай хатҡа ҡул ҡуйманым һәм таратманым. Уяу булығыҙ! - тип иҫкәртә Ленара Иванова.
Мутлашыусыларҙың наҙанлығы ла күҙгә ташлана: документтың өҫкө өлөшөндә “Өфө хакимиәте” тип күрһәтелгән, ә Ленара Хәкимовна Хөкүмәт аппаратында эшләй. Икенсенән, вазифаһында хата киткән, “и.о” хәрефтәре өҫтәлгән ( йәнәһе, Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы).
Социаль селтәрҙә фекер алышыусылар ғариза менән прокуратураға мөрәжәғәт итергә кәңәш бирә.
Фото: Kamatannari.ru
Читайте нас