Рәсәй Президенты Владимир Путин Эске эштәр министрлығындағы, Тәфтиш комитетындағы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығындағы бер нисә етәксене вазифаһынан бушатты, шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына яңы начальниктар тәғәйенләне.
Вазифаһынан бушатылғандар араһында Федераль хөкөм башҡарыу хеҙмәтенең кадрҙар идаралығы начальнигы полковник Александр Пирогов һәм Омск өлкәһе прокуроры Анастас Спиридонов бар. Шулай уҡ Президент Указына ярашлы, Свердловск өлкәһе буйынса Тәфтиш идаралығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Михаил Бусылко, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Воронеж өлкәһе буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Вячеслав Воронцов, Эксперт-криминалистика эшмәкәрлеген ойоштороу идаралығы етәксеһе Сергей Рябов эшенән бушатылды.
Президент Эске эштәр министрлығының Архангел һәм Төмән өлкәләре идаралыҡтарына яңы етәкселәрҙе тәғәйенләне. Юстиция полковнигы Владимир Терентьев Ҡырым Республикаһы һәм Севастополь буйынса Баш тәфтиш идаралығын етәкләйәсәк. Александр Морозовҡа – Төньяҡ Осетия, Александр Семеновҡа – Томск өлкәһе, Александр Лоренцҡа – Ставрополь крайы, Александр Гулягинға – Воронеж өлкәһе һәм Анатолий Богданчиковҡа Алтай Республикаһы прокуроры вазифаһы йөкмәтелде.
Рәсәй Президенты Мәскәү метрополитенындағы эске эштәр идаралығы начальнигы Николай Савченокны эшенән бушатты.