Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
27 Декабрь 2019, 13:16

Халыҡ уға ышанды

Быйыл республикала мөһим саралар бик күп булды – форумдар, мәҙәни саралар, ҙур һабантуйҙар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, сәйәси саралар. Әммә улар араһында төбәк яҙмышын алдағы йылдарға хәл иткән, күп кешене туплаған төп һәм мөһим ваҡиға – Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау.

Республика халҡы мөһим сарала әүҙем ҡатнашты. Быйыл һайлауҙа ҡат­нашыусылар һаны 71,80 процент тәшкил итте, шул иҫәптән Өфөлә – 66,15 процент, башҡа ҡалаларҙа – 63,30 процент, райондар буйынса – 77,78 процент.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына дәғүә иткән кандидаттар араһында тауыштар ошолай бүленде: Радий Хәбиров (“Берҙәм Рәсәй” партияһы) – 1 794 113 (82,02 процент), Юнир Ҡотлоғужин (КПРФ) – 150 679 (6,89 процент), Иван Сухарев (ЛДПР) – 99 158 (4,53 процент), Зөлфиә Ғайсина (“Яблоко” партияһы) – 33 371 (1,53 процент), Юрий Игнатьев (“Ғәҙел Рәсәй” партияһы) – 26 935 (1,23 процент), Рәфис Ҡадиров (“Рәсәй патриоттары” партияһы) – 24 032 (1,10 процент), Владимир Барабаш (“Гражданлыҡ көсө” партияһы) – 21 175 (0,97 процент), Владимир Кобзев (“Пенсионерҙар социаль ғәҙеллек өсөн” партияһы) – 17 678 (0,81 процент).

Республика Башлығы үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә, был сәйәси ваҡиғаға баһа биреп:

“Сентябрҙә һайлау һөҙөмтәләренә ҡарағанда, республика халҡының күпсе­леге быны күрә, баһалай һәм беҙгә ышана. Был мөһим ҡаҙаныш. Шул уҡ ваҡытта миңә бик юғары яуаплылыҡ йөкмәте­леүен, ғәйәт ҙур ышаныс бағланыуын аңлайым”, – тине.
Читайте нас