Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
31 Декабрь 2019, 14:55

Республика Башлығын кемдәр ҡотланы?

Радий Хәбировҡа Яңы йыл менән ҡотлау телеграммалары күпләп килә.

Республика Башлығы Радий Хәбировтың адресына ҡотлау телеграммалары күпләп килә. Улар араһында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың да тәбрикләү һүҙҙәре бар.
“Хөрмәтле Радий Фәрит улы!
Һеҙҙе Яңы йыл менән ҡотлайым.
Был байрамды айырыуса тәьҫирләнеп көтәбеҙ, сөнки ул өй йылыһы, изге ғаилә йолалары менән һуғарылған, һәр саҡ яҡшы яңылыҡтарға, ыңғай үҙгәрештәргә ышаныс бүләк итә.
Яҡынлашҡан 2020 йыл эшегеҙҙә һәм яңы башланғыстарығыҙҙа уңыштар насип итһен.
Владимир Путин”.
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведевтан да бик йылы ҡотлау һүҙҙәре килгән:
“Хөрмәтле Радий Фәрит улы!
Бар йөрәктән Яңы йыл менән ҡотлайым.
Беҙ һәр саҡ был матур байрамды йылы хистәр менән көтәбеҙ. Шатлыҡлы, яҡты тойғоларыбыҙҙы яҡындарыбыҙ менән уртаҡлашырға тырышабыҙ.
Иң мөһиме - был яҡты көндә беҙҙе туғандарыбыҙға, яҡындарыбыҙға, илебеҙгә мөхәббәт берләштерә. Яҡынлашҡан йыл яңы ун йыллыҡҡа ишек аса. Уның Рәсәйҙә йәшәгән һәр кем өсөн бәхетле, уңышлы булыуына бергә өлгәшербеҙ, тип ышанам.
2020 йылда Һеҙгә бөтә яҡлап та уңыштар юлдаш булһын, башланған эштәр матур тамамланһын.
Һеҙгә бар күңелдән ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйем.
Дмитрий Медведев”.
Рәсәйҙең Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенконың ҡотлауында былай тиелә:
“Хөрмәтле Радий Фәрит улы!
Ихлас күңелдән Яңы йыл менән ҡотлайым. Уҙып барған 2019 йыл беҙгә күп яҡшылыҡтар бүләк итте, күләмле проекттарҙы ғәмәлгә ашырҙыҡ, алыштырғыһыҙ ҡиммәтле тәжрибә тупланыҡ. Ошо көндәрҙәге айырыуса йылы мөхит беҙҙең тормошҡа берҙәмлек өҫтәй, 2020 йылда ҡуйылған маҡсаттарҙың уңышлы тормошҡа ашырылырына өмөттө арттыра.
Һеҙгә һаулыҡ, бәхет, үҙ көсөгөҙгә ышаныс теләйем. Эргәгеҙҙә һәр саҡ туғандарығыҙ, яҡын кешеләрегеҙ булһын, өйөгөҙҙә именлек, мөхәббәт һәм аңлашыусанлыҡ хөкөм итһен!
Валентина Матвиенко”.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Читайте нас