Рәсәй етәксеһе Франция Президенты Эммануэль Макрон менән телефон аша аралашты.
Дәүләт етәкселәре бер-береһен Яңы йыл менән йылы ҡотланы. Ике яҡ та “Кодс” махсус тәғәйенләнештәге көстәр командующийы Касем Сулейманиҙың үлеменә бәйле борсолоуын белдерҙе. Был хәлдең Ирандағы көсөргәнеште арттырыу ихтималлығы әйтелде.
Сүриә буйынса фекер алышыу дауам итте. Владимир Путин илдең төньяҡ-көнсығышы һәм Идлиб буйынса рәсәй-төрөк килешеүҙәренең үтәлеш барышы тураһында мәғлүмәт бирҙе. Ике дәүләт лидерҙары террорсылыҡҡа ҡаршы берҙәм көрәште дауам итеү мөһимлеген билдәләне. Сүриәләге граждандарға гуманитар ярҙамды дауам итеү, дәүләттәге көрсөктө тыныс юл менән яйға һалыу кәрәклеге белдерелде.
Һөйләшеүҙә шулай уҡ Украина эсендәге конфликтты хәл итеүҙең төп аспекттары ҡаралды.
Фото Рәсәй Президенты сайтынан.