Уҙған йылға йомғаҡ яһап, йәмәғәтселектә күпләп тикшерелгән, киң мәғлүмәт сараларында байтаҡ телгә алынған закондар йыйылмаһын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итергә булдыҡ.
Тәү сиратта эскелеккә ҡаршы йүнәлтелгән законды билдәләргә кәрәк. Ул яҙғы, шулай уҡ көҙгө сессияла ҙур резонанс тыуҙырҙы. Яҙ “Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү һәм уларҙың әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү һәм алкоголь продукцияһы ҡулланыуҙы (эсеүҙе) сикләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 6.2-се статьяһына үҙгәреш индереү хаҡында”ғы Закон ҡабул ителде. Йәштәр көнөндә (27 июндә), Белем көнөндә һәм һабантуйҙар үткәрелгән көндә алкоголь һатыуҙы тыйҙылар. Бынан тыш, төнгө сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем дә иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы сикләнеләр.
Көҙгө сессияла ошо уҡ законға тағы ла үҙгәрештәр индерелде. Был юлы Яңы йыл каникулы осоронда алкоголь һатыуҙы сикләнеләр. 3 ғинуарҙа бындай эсемлектәр менән сауҙа итеүҙе тулыһынса тыйһалар, 4-6 ғинуарҙа иртәнге 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем һатыуҙы сикләнеләр.
Былтыр газонға, балалар һәм спорт майҙансыҡтарына автомобилде ҡуйған, ошондай майҙандарҙан йөрөгән өсөн штрафтар билдәләнгәйне. “Башҡортостан Республикаһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы документ байтаҡ бәхәс тыуҙырҙы, әммә ярты йыл эсендә бындай сара һөҙөмтәлелеген иҫбатланы һәм халыҡтың күпселегендә хуплау тапты. “Тәүге осорҙа штрафтар бик күп ине, сөнки газонға машина ҡуйыу ғәҙәти хәлгә әүерелгәйне, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Ваҡыт үтеү менән автомобиль хужалары яңы тәртипкә күнекте, етешһеҙлектәр кәмене. Әкренләп бындай биләмәләргә машина ҡуйыу осраҡтары бөтөнләй юҡҡа сығыр, тип уйлайым”.
Декабрҙә Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа йәнә үҙгәрештәр индерелде. Бынан ары контейнер майҙансыҡтарына автомобиль ҡуйған өсөн штраф һалынасаҡ, сөнки сүп-сар һауыттары эргәһенә махсус машиналар үтеп инә алмай. “Контейнер майҙансыҡтарына юлды ҡаплаған автомобилдәр хеҙмәттәрҙең эшен тотҡарлай, – тине парламент спикеры. – Иҫкәртеү яҙмалары тәьҫир итмәй. Автомобиль хужаларының яуапһыҙлығы арҡаһында иҡтисади, шулай уҡ экологик зыян килә”.
Яҡын киләсәккә төп финанс документы – ул “2020 йылға һәм 2021, 2022 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Закон. Документ проектына депутаттар тәҡдим иткән төҙәтмәләр, асыҡ тыңлауҙарҙа ҡатнашыусыларҙың иҫкәрмәләре индерелде. Закон проектының йомғаҡлау вариантында 2020 йылға республика килеме – 204,6 миллиард һум, сығымдар иһә 226,6 миллиард һум күләмендә күҙаллана. Дефицит финанслау сығанаҡтары менән тәьмин ителә. Бюджет параметрҙарының үҙгәреүе – ғәҙәти практика. Йыл дауамында килем кереме һәм сығымдарҙың айырым йүнәлештәрен ҡайтанан ҡарау һөҙөмтәһендә законға үҙгәрештәр индереләсәк.
Башҡортостанда балаларға электрон тәмәке һәм составында тәмәке булмаған тарта торған ҡатнашмалар һатыу тыйыла. “Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә составында тәмәке булмаған тарта торған изделиеларҙы һәм ҡулайламаларҙы берәмләп һатыу өлкәһендә сикләүҙәр билдәләү тураһында”ғы республика Законы сентябрҙә ҡабул ителгәйне. Декабрҙә иһә был башланғыс федераль кимәлгә сыҡты. “Вейп ҡулланыу һөҙөмтәһендә балалар тартырға өйрәнә, – тине Константин Толкачев, федераль коллегаларының закон проектын хуплап. – Үҫмерҙәрҙең күпселеге электрон тәмәкенән ғәҙәти, зыянлы тәмәкегә күсә”.
Шул уҡ ваҡытта көн тәртибенә тағы ла бер проблема – сәйнәй торған никотинлы изделиелар сыҡты. “Бер хәүефте еңергә өлгөрмәнек, үҫмерҙәр мөхитендә тағы ла бер яңы күренеш – снюстар таралды”, – тине парламент Рәйесе. Константин Толкачев әйтеүенсә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Прокуратура менән берлектә сикләү сараларын әҙерләй.
Былтыр беренсе кварталда киң мәғлүмәт сараларындағы байтаҡ мәҡәләләр республикала дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы, айырыуса Урал аръяғында плитнякты законһыҙ сығарыуға арналды. Мартта “Башҡортостан Республикаһында урындағы әһәмиәттәге ер аҫты участкаларын файҙаланыу хоҡуғын алыу тәртибе тураһында”ғы закон ҡабул ителде. Төбәктә дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙың һәм һатыуҙың иҫәбен алыу буйынса автоматлаштырылған берҙәм мәғлүмәт системаһы ойошторола. Ер аҫты участкаларын файҙаланыусылар унда мотлаҡ теркәлергә тейеш. Закон урындағы халыҡҡа карьерға эшкә урынлашыуҙа, юлдарҙы төҙөкләндереү өсөн тәбиғи материалдарҙы файҙаланыуҙа өҫтөнлөктәр билдәләй.
2019 йылда әүҙем тикшерелгән закондар иҫәбенә шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһының һайлау тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы (һайлау участкалары эше ике сәғәткә оҙайтылды), “Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 10-сы статьяһына үҙгәреш индереү хаҡында”ғы (хәҙер 600 мең һумлыҡ ярҙамды 23 йәшкә тиклемге һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр ала), “Башҡортостан Республикаһында балыҡсылыҡ һәм биологик һыу ресурстарын һаҡлау тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы (граждандарҙың дөйөм файҙаланыуҙағы һыу ятҡылыҡтарында ирекле һәм түләүһеҙ балыҡ тотоуға хоҡуғы нығытылды) закондарҙы индерергә мөмкин.