Был күңелһеҙ хәл республиканың Кушнаренко районында бара. Шәмсетдиновтарҙың инвалид улдары менән бергә йәшәгән йорттары хәҙер уларҙыҡы түгел – ул банкта залогта. Сәбәбе ябай, ата-әсәһе менән йәшәгән инвалид улдары өлкән ағаларына поручитель булған. Ә уныһы ваҡытында бурысын түләй алмаған. Суд эше әле һаман дауам итһә лә, йорттоң яңы хужалары бар, ти.
Был турала Гөлнур Шәмсетдинова иламайынса һөйләй алмай. Улар өйөн бынан 30 йыл элек һатып алған. Уны тыштан да, эстән дә төҙөкләндергән, бында дүрт бала үҫтергән.
– Был беҙҙең берҙән-бер торлағыбыҙ. Башҡа ергә барғыбыҙ килмәй. Ғүмер буйы ошонда йәшәнек. Тыуған йортобоҙҙа ҡартайғы һәм үлге килә, – ти Гөлнур Шәмсетдинова.
Һис шикһеҙ, күңелһеҙ хәл. Өлкән улдары ғаиләһе менән Кушнаренкола йәшәй. Банктан миллион һум алып үҙенә йорт һалған. Тик бурысын ваҡытында түләй алмаған өсөн ата-әсәһен йортһоҙ ҡалдырған. Уның фекере буйынса, банк ата-әсәһенең өйөн законһыҙ алған.
– Өй һатыла тип беҙгә ваҡытында әйтмәнеләр. Приставтар ҙа был турала белдермәне. Әле ата-әсәйемде өйҙән ҡыуырға уйлайҙар, эште Юғары судҡа ебәргәндәр, – ти Рәшит.
Пенсионерҙарҙың бәләкәй улы Азамат - инвалид, ул эшләй алмай. Ата-әсә йортто шул улдарына ҡалдырырға ниәтләгән.
Бурыстарға батҡас һәм өйҙө һатырға теләгәндәрен белгәс, Рәшит уны үҙе һатып алырға тырышҡан, тик һуңлаған.
– Банк заем алған кешегә һәм уның ғаиләһенә был проблеманы хәл итеүҙең төрлө юлдарын тәҡдим итеп ҡараны. Тик өс йыл буйына бер нимә лә эшләнмәне. Займсы тарафынан бер нимә лә эшләнмәгәс, банк йортто һатты, – ти Урал Һаҡлыҡ банкының матбуғат хеҙмәте начальнигы Максим Кассандров.
Шул уҡ ваҡытта майҙаны 70 квадрат метр булған өйҙө һатыу тураһындағы иғлан әле һаман интернетта бар. Объекттың әлеге статусы – максималь хаҡҡа һатыу буйынса алыш-биреш алып барыла тип тора. Был 685 мең һум. Рәшит банкка тап ошо сумманы тейеш.
Йорт һатылыуға ҡарамаҫтан, яҡшы торлаҡты бындай түбән хаҡҡа һатып алырға теләүселәр бик күп икән.
Әле пенсионерҙар бик ауыр хәлдә. Кемдер уларҙың өйөнә күсергә әҙерләнә, ә улар урам буйында ҡалыуҙары ихтимал... Банктан бурысҡа алғанда мөмкинлектәрҙе самаларға кәрәк тә бит. Был осраҡта иһә өлкән йәштәге кешеләр айырыуса йәл, үҙҙәренең түгел, балаларының уйламай эшләүе арҡаһында улар торлаҡһыҙ ҡаласаҡ.