Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Января 2020, 08:14

96 мең һум кәрәкме?

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты республи­каның Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау буйынса министрлығы менән берлектә яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға ярҙам итеү буйынса программаны тормошҡа ашырыуҙы дауам итә.

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты республи­каның Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау буйынса министрлығы менән берлектә яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға ярҙам итеү буйынса программаны тормошҡа ашырыуҙы дауам итә.


Был – республикалағы эшһеҙҙәргә үҙ эшен асыу өсөн бик яҡшы мөм­кинлек: беренсе сығымдарҙы ҡаплау­ға бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләнә. Был хаҡта респуб­ликаның Эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты хәбәр итә. Быға тиклем был сумма 58 мең һум тәшкил итһә, хәҙер – 96 мең һум. Былтыр 550 кеше һайлау аша үткән. Улар үҙҙәренең эшҡыуарлыҡ буйынса планын уйлап сығарған һәм белгестәр алдында яҡлаған. Ошондай идея­ларҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн ярҙамға бюджеттан 61 миллион һум аҡса бүленгән.
Кемдәр 96 мең һумға дәғүә итә ала? Мәшғүллек буйынса хеҙмәттә иҫәптә торған бар эшһеҙҙәргә был сумманы алыу өсөн үҙен һынап ҡарарға мөмкин. Бының өсөн эш­ҡыуарлыҡ планы, предприятие ойошторола икән, уның устав проекты һәм ғариза кәрәк. Әгәр комиссия ағзалары кемдеңдер эшен хуплаһа, документтарҙы рәсмиләштереүгә киткән сығымдар ҙа ҡаплана.
Ниндәйҙер һорауҙар килеп сыҡһа, район-ҡалаларҙағы эшҡыуарлыҡ буйынса шерифтарға, “Эшҡыуар­лығым” эшҡыуарҙарға ярҙам итеү үҙәктәренә йәки халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Читайте нас