Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Января 2020, 07:30

"Берҙәм Рәсәй"ҙәр киләсәккә эш йүнәлеше алды

Кисә “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Генераль советы секретары Андрей Турчак видеоконференция форматында партияның Генераль советы президиумы ултырышын үткәрҙе.

Кисә “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Генераль советы секретары Андрей Турчак видеоконференция форматында партияның Генераль советы президиумы ултырышын үткәрҙе. Ул Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыуға арналды. Унда Башҡортостан Башлығы, “Берҙәм Рәсәй”ҙең Генераль советы ағзаһы һәм партияның Башҡортостан төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров ҡатнашты.
– “Берҙәм Рәсәй” – ул президент партияһы. Һәм беҙҙең өсөн уның Мөрәжәғәтнамәһе артабанғы эшмәкәрлек йүнәлештәрен туранан-тура билдәләй, – тине Андрей Турчак. – Президент тәҡдим иткән үҙгәрештәрҙе, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамай, һәр кеше тойорға тейеш. Президент халыҡ фекерен иҫәптә тотоу, дәүләт кимәлендәге ҡарарҙарҙы ҡабул итеү һәм артабан тормошҡа ашырыуға әүҙем йәлеп итеү кәрәклеген айырым билдәләне.
Кәңәшмә һөҙөмтәһе буйынса партияның барлыҡ бүлексәләренә Мөрәжәғәтнамәне тормошҡа ашырыу өсөн аныҡ тәҡдимдәр әҙерләү, быны контролдә тотоу һәм үтәү өсөн оператив йөкләмәләр исемлеге формалаштырыласаҡ.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас