Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Ғинуар 2020, 19:55

“Беҙҙең бурыс – ярҙам итеү”

Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров былтырғы эшмәкәрлек буйынса ниндәй һығымта яһаны?

Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров уҙған йылға һығымта яһап, “Башинформ” агентлығында республика журналистары менән осрашты.
Депутат белдереүенсә, Дәүләт Думаһы былтыр 530 закон ҡабул иткән, уларҙың 200-ҙән ашыуы көҙгө сессияға тура килгән. Әле 1179 закон проекты ҡарауҙа булһа, уларҙың 269-ы беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән, өс закон – икенсе уҡыуҙан. Зариф Байғусҡаров үҙе 59 закон проектын алып бара. Былтыр уға бөтәһе 913 граждан мөрәжәғәт иткән, үҙе урындарға 42 тапҡыр сығып, халыҡты ҡабул итеү ойошторған, 500-ҙән ашыу кеше төрлө мәсьәләгә бәйле ярҙам һораған.
“Һайлаусыларҙың бөтә һорауҙарын да хәл итеп булманы, беҙ закон буйынса эшләйбеҙ. Иң мөһиме - кешеләр менән эшләү исем өсөн генә булмаһын, сөнки ҡайһы саҡта улар беҙгә иң һуңғы инстанцияға мөрәжәғәт иткән кеүек килә, беҙҙең бурыс – ярҙам итеү”, – тип белдерҙе халыҡ вәкиле.
Депутат былтыр ҡабул ителгән закондарға аныҡ туҡталды, шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Хәүефһеҙ юлдар” партия проектының кураторы булараҡ, иҫерек килеш рулгә ултырған водителдәр арҡаһында башҡа кешеләр һәләк булған осраҡта язаны көсәйтеү тураһындағы закон проектын тулыһынса яҡлауын белдерҙе.
Ғөмүмән, Зариф Байғусҡаров - йәмәғәтселек өсөн хәүеф тыуҙырған проблемаларҙы ваҡытында күреп, тәүгеләрҙән булып заң һуға башлаған депутаттарҙың береһе. Был осрашыуҙа ла ул ошо эшмәкәрлеген миҫалдар менән дәлилләне. Парламентарий йыл һөҙөмтәһе буйынса әүҙем журналистарға рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас