Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
22 Января 2020, 13:45

Өс йыл үткәс..

Бер составтың машинисы хәүефте күргәс тә тормозға баҫа, әммә һуң була, үҙе һикереп төшөп ҡотола.

Учалы тау байыҡтырыу комбинатының өс хеҙмәткәренә ҡарата енәйәт эшен ҡарау тамамланды. Суд поездар бәрелешеүе арҡаһында дүрт кешенең ғүмере өҙөлөүендә ғәйепләнеүселәргә ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы.
Хәтерегеҙҙәлер, 2017 йылдың 17 мартында дежурныйҙарҙың һәм машинистың тимер юл станцияһы эшен ойоштороуҙа ебәргән хаталары арҡаһында Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына ҡараған ике йөк тимер юл составы бәрелешә. Беренсе составтың машинисы хәүефте күргәс тә тормозға баҫа, әммә һуң була, үҙе һикереп төшөп ҡотола. Әммә уның ярҙамсыһы, икенсе составтың машинисы һәм шулай уҡ ярҙамсыһы, үҙәкләштереү посы операторы алған йәрәхәттәрҙән һәләк була. Суд барышында өс ғәйепләнеүсенең араһынан бары 33 йәшлек дежур ҡатын ғына ғәйебен таный. Суд машинисты - биш йылға, тимер юл буйынса ике дежурныйҙы дүрт һәм өс йыл да алты айға иркенән мәхрүм итте.
Фото: Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетының "Бәйләнештә"ге диуарынан.
Читайте нас