Башҡортостан
+13 °С
Облачно
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
23 Января 2020, 11:45
Владимир Путин хөкөм ителгән ҡыҙҙың әсәһе менән осрашмаҡсы
Наама Иссахарҙы 9 апрелдә Мәскәүҙең “Шереметьево” аэропортында тотҡайнылар.
Президент Владимир Путин Израилгә сәфәре барышында Рәсәйҙә наркотиктар контрабандаһы өсөн хөкөм ителгән Наама Иссахарҙың әсәһе менән осрашырға ниәтләй.
Мәғлүм булыуынса, Наама Иссахарҙы 9 апрелдә Мәскәүҙең “Шереметьево” аэропортында тотҡайнылар. Тикшереү барышында уның әйберҙәре араһында 9,6 грамлыҡ хәшиш табалар. Суд ҡыҙҙы 7,5 йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығара.
Күптән түгел телефон аша һөйләшкәндә Владимир Путин менән Израиль премьер-министры Биньямин Нетаньяху Иссахарҙың эше буйынса ла фекер алышты. Ошо көндәрҙә Нетаньяху Наама Иссахарҙың әсәһе менән осрашты һәм ҡыҙҙы ярлыҡау мәсьәләһен Рәсәй Президенты менән тикшерергә ниәтләүе тураһында белдерҙе.
#ВладимирПутин
Фото: abomus.co.il
Читайте нас