Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Төркиәнең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Мәхмәт Самсар менән осрашты.
Улар иҡтисад һәм социаль өлкәләге берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен тикшерҙе. Осрашыуҙа шулай уҡ Төркиәнең Ҡазандағы Генераль консулы Исмәт Эрикан ҡатнашты.
– Тарихтағы иң ҙур башҡорт-төрөк проекттарының береһе – 33,5 миллиард һумлыҡ “М5” һәм “М7” федераль юлдары араһындағы транспорт коридорын, Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын төҙөү. Беҙ тиҙҙән туннелдә ҡаҙыу эштәрен башлаясаҡбыҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Йәнә бер мөһим дөйөм эш – төрөк инвесторы менән бергә Өфөлә бала табыу йортоноң яңы бинаһын төҙөү. Проект хаҡы – өс миллиард һум.
Бөгөн Башҡортостанда төрөк капиталы ҡатнашлығында 45-тән ашыу предприятие эшләй.