Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
31 Января 2020, 05:55

Һалымһыҙ донъя һанһыҙмы?

Түләүҙәрҙән бер кем дә азат түгел.

Хәҙерге донъяла бер илде лә һалым системаһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Ул дәүләттең бер айырылғыһыҙ өлөшөнә, хатта билдәһенә әйләнгән. Өҫтәүенә хәҙер шуныһы һәммәһенә мәғлүм: ниндәй генә заман булмаһын, бер кем дә һалымдан азат ителмәй. Уның төрҙәре араһында кешелекте таң ҡалдырғандары ла, апты­ратҡандары ла, хатта асыу­ландырғандары ла етерлек.



Һәммәбеҙҙең бурысы ул


Бер осор Англияла хатта эшләпә өсөн да һалым түләткәндәр. Аҙаҡ дәүләт алдындағы ошо бурысын үтәгән кешенең баш кейеменә дәлил булараҡ махсус билдә баҫҡандар. Әлбиттә, ошондай хәлдән һуң эшләпәне һирәгерәк һатып ала баш­лағандар. Кемдең кеҫәһенән әллә ни кәрәк булмаған әйбер өсөн аҡсаһын сығарып һалғыһы килһен инде? Был баш кейеменә ихтыяж кәмегәс, эшләпә һатыусыларҙың да кәйефе төшкән, сөнки килем сығанағы булған әйбергә ҡәҙер бөткән. Шуға улар тауарын үҙгәртеп, бөтөнләй икенсе атама менән һата башлаған. Ошо хәлдән һуң властарға ла “эшләпә законы”на үҙгә­рештәр индерергә тура килгән.
Был, әлбиттә, бер нисә быуат элек теркәлгән хәл. Ул саҡта закондар ҙа хәҙерге кеүек артыҡ камил булмаған. Хәҙер иһә һалымға ҡарата бөтөнләй икенсе ҡараш. Мәҫәлән, Швецияла бала тыуғас уҡ уға махсус үҙенсәлекле һандар “һуғыла”, шулай итеп, уларҙың сабый саҡтан уҡ “алған” килем күләме асыҡлана. Ә Японияла башланғыс кластарҙа уҡ һалым системаһы тураһында дәрестәр үткәрелә. Был илдәрҙә һалым түләүгә бик етди ҡараш булдырылған.
Тик донъяла дәүләт алдындағы бурысына етди ҡарамағандар ҙа етерлек. Мәҫәлән, үткән йәй илебеҙҙең һалым инспекцияһы тотош донъяға билдәле актер, эшҡыуар һәм Рәсәй гражданы Жерар Депардьеның төрлө банктарҙағы иҫәбенә арест һалды. Мәскәүҙәге, Новоси­бир­скиҙағы һалым органдары үрҙә әйтелгән ҡарарҙы ҡабул иткән.
Ә был актер бынан ете йыл элек юҡҡа ғына Рәсәй гражданлығын алыу тураһында теләк белдермәгән. Быға Францияның яңы президенты Олландтың һалым реформаһын үткәреүе сәбәпсе булған. Тыуған илендә бер миллион евронан ашыу килем алған граждандарға 75 процент күләмендә һалым түләү бурысы ҡуйылғас, Жерар Депардье, әлбиттә, аҡсаһын янында ҡалдырыу яғын уйлай һәм ҡапыл ғына Рәсәйҙә йәшәргә теләк белдерә. Ошо айҡанлы уға Грозныйҙа фатир бүләк иттеләр. Ул Саранскиҙа йәшәү урынында теркәлде.
Ике йыл элек билдәле актер, Новосибирскиҙа “Франсе тәме” тигән йәмғиәт ойоштороп, үҙенсәлекле аҙыҡ-түлек етештерә башлағайны. Артабан ул Рәсәйҙә лә һалым түләргә кәрәклеге хаҡында иҫкәртеүҙәр алғас, Бельгия, Алжир һәм башҡа илдәрҙең гражданы икәнлеген, йәғни беҙҙә йәшәмәгәнлеген иҫбат итә башланы.

Ни өсөн түләргә кәрәк?


Күҙ алдына килтерегеҙ әле. Мин дә, һин дә, бер кем дә һалым түләмәй икән, ти. Был осраҡта нимә булыр? Тимәк, дәүләттең дә бюджетта илде һаҡлау, енәйәтселеккә ҡаршы көрәш, граждандарҙы бушлай медицина, белем биреү һәм башҡа хеҙмәттәр менән тәьмин итеү өсөн аҡсаһы булмаясаҡ. Һалымдарҙы түләү йәшәйешебеҙ өсөн мөһим һаулыҡ һаҡлау тармағының, мәҙәниәттең, мәғарифтың һәм башҡа өлкәләрҙең үҫеше, хаҡлы ялдағыларҙың лайыҡлы пенсияһы өсөн кәрәк.
Күптәр, нигеҙҙә, үҙ кеҫәһенән сығарып түләгән һалым хаҡында бик яҡшы хәбәрҙар. Ә улар ни бары өсәү: транспортҡа, ергә һәм мөлкәткә һалым. Тик унан тыш та һалым төрҙәре барлығын хәтерҙән сығарырға ярамай. Мәҫәлән, килем һалымын эш биреүсе, йәғни етәксе түләй. Магазинда аҙыҡ-түлек һатып алһаҡ та, өҫтәмә хаҡ өсөн дәүләткә иғәнә түләйбеҙ. Сит ил машинаһында елдерәм тиһәң дә, байтаҡ ҡына аҡса тотоп алып ҡалына. Мираҫ буйынса йә бүләк булараҡ күскән мөлкәт йәки милек өсөн дә һалым ҡаралған. Был осраҡта шуны онотмағыҙ: законлы никахта торған ирҙән ҡатынға йәки, киреһенсә, ҡатындан – иргә, бер туғандар араһында мөлкәт мираҫ рәүешендә ҡалһа йәки бүләк ителһә, һалым һалынмай. Тыуған илен һаҡлап һәләк булған кешеләрҙән, инвалидтарҙан ҡалған мираҫ мөлкәте өсөн дә иғәнә түләргә кәрәкмәй.
Шулай итеп, йыл да граждандар мөлкәт өсөн һалым түләргә тейеш. Һөҙөмтәлә федераль бюджетҡа һәр беребеҙҙең кеҫәһенән аҙмы-күпме аҡса күсә. Әле был – айырым кешеләр түләгән генә һалым. Бынан тыш, төрлө предприятие-ойошмалар ҙа ошо бурысты атҡарырға тейеш.
Әйткәндәй, тағы бер иҫкәрмә: һалым алынмаҫҡа тейешле килем төрҙәре лә бар. Мәҫәлән, ваҡытлыса хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособиенан тыш, бүтән пособиелар, бушлай бирелгән торлаҡ һәм башҡалар. Улар хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте Рәсәй Һалым кодексының 217-се статьяһынан уҡып белергә мөмкин.


Ниндәй ташламалар бар?


Рәсәй Һалым кодексы мөлкәт һәм ер өсөн һалым түләгәндә федераль ташламаларға хоҡуҡтары булған граждандарҙы ла билдәләгән. Бынан тыш, төбәк властары ла был өлкәлә үҙ льготаһын индерә ала. Улар хаҡында Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында танышырға мөмкин. Тағы бер нәмә хаҡында онотмағыҙ: ташламаға эйә булыу өсөн һалым инспекцияһына ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ә уны шәхси кабинет аша хат рәүешендә йәки шәхсән үҙегеҙ һалым инспекцияһына барып яҙа алаһығыҙ.
Был тармаҡта тағы бер яңылыҡ бар. 2019 йылдан пенсионерҙарға, инвалидтарға, күп балалы ғаиләләргә һәм 50 квадрат метрға тиклем хужалыҡ ҡаралтылары булғандарға һалым инспекцияларына мөрәжәғәт итмәҫкә лә мөмкин. Уларға ҡаралған ташламалар һалым инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан Рәсәй Пенсия фонды, “Росреестр” һәм социаль яҡлау органдарынан автоматик рәүештә алына.
2018 йылдан өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләр беренсе тапҡыр мөлкәткә һалымға ташлама хоҡуғынан файҙалана. Ошондай ғаиләләрҙәге бәлиғ булмаған һәр балаға фатирҙағы, бүлмәләге дөйөм майҙандың биш квадрат метрының һәм торлаҡ йорттағы дөйөм майҙандағы ете метрҙың кадастр хаҡына һалымға ташлама ҡаралған. Мәҫәлән, ғаиләлә өс бала тәрбиәләнһә һәм әсәйҙең йәки атайҙың исемендә торлаҡ йорт теркәлһә, ундағы 21 квадрат метр торлаҡ өсөн һалым түләнмәйәсәк. Һүҙ фатир хаҡында барһа, ундағы 15 квадрат метр майҙанға һалым ташламаһы ҡаралған. Әгәр ғаиләнең фатиры ла, йорто ла бар икән, уларҙың һәр береһенә һалым ташламаһы булырға тейеш. Өҫтәүенә күп балалы ғаиләләр ер һалымы буйынса түләүҙәрҙе лә кәметеү хоҡуғына эйә. Уларға алты сутыйға тиклем ергә һалым түләмәҫкә мөмкин.
Быйыл 1 ғинуарҙан пенсия алды йәшендәгеләр өсөн ер һалымының алты сутыйлыҡ ер участкаһының кадастр хаҡына ер һалымына ҡайтарма ғәмәлгә инде. Бынан тыш, улар бер объектҡа (йорт, фатир, бүлмә, гараж) милек һалымынан азат ителә. Әйткәндәй, кадастр хаҡы булған һәр күсемһеҙ милеккә һалым түләргә кәрәк буласаҡ. Әгәр объекттың инвентаризация хаҡы ғына бар икән, һалымдан азат ителә.
Рәсәйҙә айырым категорияға ҡараған граждандар үрҙә һүҙ барған бурыстан азат ителгән. Мәҫәлән, пенсионерҙар мөлкәт, ер, транспорт өсөн түләмәй. Әйткәндәй, атап үтелгән һалымдарҙың һәр төрөнөң береһенә генә. Икенсенән, түләнгән НДФЛ-дың бер өлөшөн кире ҡайтарырға мөмкин. Бынан тыш, һалым ҡайтармалары бар. Мәҫәлән, күсемһеҙ милек һатып алһағыҙ, түләүле клиникаларҙа дауаланһағыҙ, акцияларға эйә булһағыҙ, түләүле белем алһағыҙ, ниндәйҙер сумманың үҙегеҙгә кире ҡайтарылыуын юлларға мөмкин.


Закон алдында яуап бир


Рәсәй Енәйәт кодексының 198-се һәм 199-сы статьяларында граждандарҙың йәки ойошмаларҙың һалым түләмәгән осрағында енәйәт яуаплылығы ҡаралыуы хаҡында әйтелгән. Ошо уҡ кодекстың 198-се статьяһына ярашлы, шәхси эшҡыуарҙар ябай граждандар булараҡ яуаплылыҡ тота тип яҙылған.
Дөйөм бурыс күләме өс мең һумдан ашһа, һалым хеҙмәте түләмәгән кешенән мөлкәте иҫәбенә бурысын ҡайтарыу буйынса суд процедураһын башлау хоҡуғына эйә. Ә бурыс суммаһы 30 мең һумдан ашһа, граждан сит илгә сығыу мөмкинлегенән мәхрүм ителә.
Быйыл граждандар 2019 йылға физик шәхестәрҙең килеме өсөн 3-НДФЛ формаһында һалым декларацияһын тултырып тапшырырға тейеш.
Шулай итеп, былтыр түбәндәге килем алған кешеләр хисаплама бирергә тейеш:

l милектә өс йылдан кәмерәк (2016 йылдың 1 ғинуарынан милеккә алынған күсемһеҙ милек өсөн – биш йыл) булған мөлкәтте һатыуҙан алынған килем өсөн;
l торлаҡ, автотранспортты һәм башҡа мөлкәтте ҡуртымға биреүҙән алынған табыш;
l граждандарҙың килеменә һалым тотолоп алып ҡалынмаған гражданлыҡ-хоҡуҡи килешеү нигеҙендә алынған килем өсөн декларация тултырырға тейешбеҙ.
Уларҙың тулы исемлеге Рәсәй Һалым кодексының 208-се статьяһында бирелгән.
Бынан тыш, 3-НДФЛ формаһында һалым декларацияһын дөйөм һалым һалыу режимы буйынса эшләгән һәм ошо эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә килем алған шәхси эшҡыуарҙар, шәхси практика менән шөғөлләнгән нотариустар, адвокаттар тултырып бирергә бурыслы.
Әйткәндәй, былтырғы йыл өсөн һалым декларацияһы 2020 йылдың 30 апреленән дә һуңға ҡалмай тапшырылырға тейеш. Ә уның хаҡта тулыраҡ Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында танышырға мөмкин.

Читайте нас