Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәр индереү йәһәтенән “Асыҡ власты ойоштороуҙың айырым мәсьәләләрен көйләүҙе камиллаштырыу тураһында”ғы Рәсәй Федерацияһы законы проектын тикшереү буйынса кәңәшмә уҙҙы.
"Был зарурлыҡ бер бөгөн килеп тыуманы, был турала һүҙ күптән бара һәм төрлө тәҡдимдәр, фекерҙәр әйтелә, – тине Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр индереү тураһындағы тәҡдимдәрҙе әҙерләү буйынса эш төркөмө ағзаһы, ошо кәңәшмәнең модераторы Лилиә Ғүмәрова. – Владимир Владимирович Путин, белеүегеҙсә, күптән түгел был зарурлыҡтың әле лә һаҡланыуы тураһында әйтте".
Кәңәшмәлә төрлө тармаҡтарҙан һәм өлкәләрҙән тәҡдимдәр тураһында Башҡортостандың Конституция Суды рәйесе Зөфәр Йәнекәев, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы фракцияһы етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко, Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ғәлиә Мөхәмәтйәнова, республиканың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Татьяна Астрелина, Һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының (пенсионерҙарының) республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Валерий Шәрипов һәм башҡалар сығыш яһаны.