Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
12 Февраль 2020, 09:00

Үҫмерҙәрҙе яҡлаған Санкинға бәйле ваҡиғалар ҡуйыра...

Был эш РФ Енәйәт кодексының “Үлтереү” статьяһы буйынса квалификацияланыуы ла ихтимал

Педофилды туҡмап үлтергән иргә бәйле ғауғалы ваҡиғаға бәйле яңы мәғлүмәттәр билдәле булды. Быға тиклем был ир ике үҫмерҙе яҡлау маҡсатында педофилды туҡмап үлтергән тигән фараз өҫтөнлөк итте.
Тәфтиш органының был ваҡиға буйынса үҙ фаразы бар һәм ул дәлилдәр ирҙең балаларҙы яҡлап үлтереүен инҡар итә. Уға ярашлы, үҫмерҙәр педофилдың өйөндә бергәләп спиртлы эсемлектәр эскән. Бер аҙҙан ир тегеләргә енси органдарын күрһәтергә тәҡдим итә, әммә улар баш тартып сығып китә. Улар юлда Владимир Санкинды осратып, булған хәлде һөйләй.
Һуңынан үҫмерҙәр “яҡлаусы” менән бергә ирҙең йортона инеп, уны тышҡа һөйрәп сығара. Санкин педофилды ныҡ итеп туҡмай, 1,5 мең һум аҡсаһын ала, етмәһә, 500 һумын үҫмерҙәргә бирә. Был мәшхәр киске сәғәт 11-ҙән төнгө 2-гә тиклем дауам итә – полиция хеҙмәткәрҙәре килгәнсе.
Санкиндың үҫмерҙәрҙе ҡоҡарыуы тураһындағы фаразды уның дуҫы уйлап сығарған, башҡаларға ла ошо хикәйәтте һөйләргә ҡушҡан. Әгәр ҙә дуҫ кешенең “ҡотҡарыуҙағы тырышлығы” иҫбат ителһә, уның да енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы ихтимал. Шулай уҡ Санкиндың был хәлгә тиклем дә йәмәғәт урындарында эсеп йөрөгәне билдәле, уға 15-тән ашыу протокол төҙөлгән.
Әлеге мәлдә тәфтиш органы хеҙмәткәрҙәре экспертиза һөҙөмтәләрен көтә. Әгәр ҙә зыян күреүсенең башына һуғыуҙан һәләк булыуы иҫбатланһа, ул саҡта был эш РФ Енәйәт кодексының “Үлтереү” статьяһы буйынса квалификацияланыуы ла ихтимал.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Читайте нас