Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
14 Февраля 2020, 11:30

Суд приставын эштән ҡыуғандар

Башҡарыу эштәрен тамамлауҙағы күрһәткестәрҙе яҡшыртыу һәм хеҙмәт һөҙөмтәһе буйынса премия алыу маҡсатында...

Благовещенда элекке суд приставы хеҙмәтен башҡарғанда янғанлауҙа ғәйепләнә.
Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, башҡарыу эштәрен тамамлауҙағы күрһәткестәрҙе яҡшыртыу һәм хеҙмәт һөҙөмтәһе буйынса премия алыу маҡсатында, пристав 93 башҡарыу эшендә юл ҡағиҙәләрен үтәүгә бәйле тәртип боҙоуҙар тураһындағы административ эштәр буйынса ҡарарҙың законлы көсөнә инеү көнөн үҙгәрткән. Йәғни ул башҡарыу эштәренең асылыу ваҡытын күпкә алға күсереп яҙып, һуңынан иһә юллау ваҡыттары үтеүҙе сәбәп итеп, уларҙы ябыу тураһында ҡарарҙар сығарған.
Был енәйәт Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының һәм Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының коррупцияға ҡаршы көрәш бүлегенең оператив-эҙләү эшмәкәрлеге барышында асыҡлана.
Хеҙмәт тикшереүе һөҙөмтәһендә суд приставы эштән ҡыуылған. Әле шик аҫтында булған хеҙмәткәргә ҡарата тикшереү эше бара.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Читайте нас