Стәрлетамаҡ ҡалаһында суд бинаһында шәрә йөрөгән ирҙе ҡулға алғандар.
Асыҡланыуынса, ул судтың эште ҡарау барышына ризаһыҙлыҡ белдереп, һаҡлап торған приставтар алдында сисенеп, бина буйлап сығып китә. Уны ҡала суды рәйесе кабинеты эргәһендә тотоп алалар.
Әлбиттә, бындай тәртипһеҙлек өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған. Суд приставтары хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, иргә ҡарата Рәсәй Административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 17.3-сө статьяһының 2-се өлөшө буйынса протокол төҙөлә. Законға ярашлы, 500 - 1000 һум күләмендә штраф һалыу ҡаралған.