Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Февраля 2020, 18:10

Эш күләме артһа ла, сифат кәмемәгән

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров район, район-ара, ҡала судтары рәйестәре менән үткәрелгән семинар-кәңәшмәлә ҡатнашты.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров район, район-ара, ҡала судтары рәйестәре менән үткәрелгән семинар-кәңәшмәлә ҡатнашты. Унда 2019 йылғы эш һөҙөмтәләре ҡаралды һәм ағымдағы йылға бурыстар ҡуйылды.
Төбәк етәксеһе республика Хөкүмәте менән суд системаһының берлектәге эшенең төп йүнәлештәрен билдәләне, тармаҡ алдынғыларына Башҡортостан Республикаһы наградаларын тапшырҙы.
– Юрист булараҡ, мин һеҙҙең һәр берегеҙҙең иңенә ниндәй яуаплылыҡ төшкәнен аңлайым. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, һеҙ эшегеҙҙе яҡшы атҡараһығыҙ. Ошолай булыр һәм буласаҡ тип ышанам, – тине Радий Хәбиров.
Бөгөн республикалағы дөйөм юрисдикция судтары системаһында 825 кеше эшләй. Былтыр, быға тиклемге йылдар менән сағыштырғанда, енәйәт эштәре өстән бер өлөшкә артҡан. Иң мөһиме - хеҙмәт күләме артһа ла, уларҙы тикшереү сифаты насараймаған. Өҫтәүенә ҡарау срогы боҙолған эштәр һаны кәмегән.
– Үҙ сиратында республика Хөкүмәте ошо ыңғай трендҡа булышлыҡ ҡыласаҡ. Тәртипкә килтереүҙе дауам итәсәкбеҙ, кешеләр өсөн киҫкен мәсьәләләрҙе яйға һаласаҡбыҙ, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтәсәкбеҙ, урындағы иҡтисадҡа инвестициялар йәлеп итәсәкбеҙ, социаль объекттар төҙөйәсәкбеҙ, яңыртыу менән шөғөлләнәсәкбеҙ, граждандар менән эште яҡшыртасаҡбыҙ, – тине республика Башлығы.
Һуңғы йылдарҙа, федераль маҡсатлы программаға ярашлы, судтарҙың матди-техник хәлен нығытыу буйынса төрлө саралар күрелә. Һанлаштырыу һөҙөмтәһендә документтар әйләнеше тиҙлеге артты. Иң мөһиме - суд органдары эшмәкәрлеге асыҡ.
– Эште “Суд органдарының электрон эше” системаһы интеграцияһы буйынса дәүләт хеҙмәттәре порталы менән берлектә ҡорорға кәрәк. Дөйөм алғанда, судтарҙың электрон архивтары системаһын ойоштороу буйынса мәсьәләне күтәреү мөһим, – тип белдерҙе төбәк етәксеһе. - Беҙҙең берлектәге эш күп. Шәхес хоҡуҡтарын һанға һуҡмауға, экстремизмға, радикализмға, енәйәтселеккә ҡаршы көрәшәбеҙ. Киләсәктә лә кешеләрҙең власть институттарына ышанысын нығытыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Хөрмәтле коллегалар, артабан да компетентлыҡ, тәүәккәллек һәм принципиаллек күрһәтерһегеҙ тип ышанам, – тип белдерҙе семинар-кәңәшмәлә Радий Хәбиров.
Фотолар: glavarb.ru
Читайте нас