Өфөлә урындағы хакимиәттең опека һәм попечителлек бүлеге белгесе прокуратурала иренә яҙылған ҡиммәтле "Audi" автомобиленең ҡайҙан килеп сыҡҡанын аңлата алмаған.
2017 - 2018 йылдарҙа был хеҙмәткәр төҙөлөп ятҡан йорттан фатир, "Audi 7" һәм "MAZDA CX-5" автомобилдәрен һатып алған. Уларҙың бөтәһенең хаҡы туғыҙ миллион һумға тиң. Был иһә ғаиләнең килеменән бер нисә тапҡырға күп.
Белгес туғандарының ярҙамына һылтанып ҡарай, әммә Өфө ҡалаһының Киров районы прокуратураһы был дәлилдәргә ышанмайынса, килем сығанағын тикшереүҙе ойоштороп, артабан судҡа мөрәжәғәт итә. Ҡатын үҙенең байлығының сығышын иҫбатлай алмай. Һөҙөмтәлә "Audi Q7" автомобилен дәүләт файҙаһына тартып алалар, тип белдерә Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтендә.
Әйткәндәй, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр йыл башында уҙған йыл өсөн килемдәре тураһында декларация тапшыра. Был сара дәүләт органдарында ришүәтселекте иҫкәртеү маҡсатында күрелә.