1990 йылда республиканың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителгәс, дәүләт флагы, гербы, гимны кеүек яңы рәсми атрибуттарға ихтыяж тыуа. Шулай итеп, 1992 йылдың 25 февралендә Башҡорт АССР-ы Юғары Советы ҡабул иткән закон нигеҙендә республиканың исеме Башҡортостан Республикаһы тип үҙгәртелә, дәүләтселектең рәсми символдарының береһе – яңы флаг раҫлана.
Һуңыраҡ, 1993 йылдың 12 октябрендә, Башҡортостандың дәүләт гербы һәм дәүләт гимны ҡабул ителә. 25 февраль – Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагы көнө, һәм ул 2002 йылдан алып билдәләнә. Әйткәндәй, республика флагын эшләү буйынса иғлан ителгән конкурста рәссамдар Урал Мәсәлимов менән Ольга Асабинаның эше һайлап алына. Флаг өс төҫтән тора: йәшел – азатлыҡты, мәңгелекте, аҡ – тыныслыҡ һөйөүсәнлекте, республика халыҡтарының хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуын, күк асыҡлыҡты, уйҙар таҙалығын аңлата. Әләмдә түңәрәк уртаһында ете тажлы ҡурай сәскәһе төшөрөлгән, ул башҡорт халҡына нигеҙ һалыусы ете ырыуҙы һынландыра. Бөгөн дәүләт флагы – республиканың сәйәси-ижтимағи тормошонда айырылғыһыҙ һәм ҡәҙимге атрибут. Уны Башҡортостандан ситтә лә таныйҙар, сөнки флагыбыҙ илдең төрлө төбәктәрендә республика вәкиллектәре биналары өҫтөндә елберҙәй, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә рәсми делегацияларыбыҙҙы оҙатып йөрөй.