Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге ил халҡының Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүгә мөнәсәбәтен белешкән.
Шулай итеп, буласаҡ тауыш биреү тураһында белгән кешеләр һаны арта бара. 12 февралдә был турала Рәсәй халҡының 78 проценты белһә, 3 мартта күрһәткес 83 процентҡа еткән.
Тауыш биреүҙә ил халҡының 67 проценты ҡатнашырға планлаштыра. Уларҙың 41 проценты мотлаҡ барып, фекерен белдерергә йыйына. 12 февралдән алып ҡатнашырға теләгәндәр һаны 6 процентҡа артҡан. Шулай уҡ һәр бишенсе кеше барырғамы-юҡмы тигән ныҡлы ҡарарға килмәгән (17 процент). Һайлауға барған 55 процент - һәр икенсе кеше - Конституцияға тәҡдим ителгән үҙгәрештәр яҡлы тауыш бирәсәк (12 февралдән 9 процентҡа артҡан).
Респонденттарға баһалау өсөн тәҡдим ителгән үҙгәрештәр юғары кимәлдә яҡлау алған һәм мөһим тип табылған (85 – 97 процент). Түбәндәге башланғыстар иң юғары яҡлау тапҡан: дәүләт тарафынан медицина хеҙмәттәренә эйә булыу мөмкинлеген тәьмин итеү һәм уның сифатын яҡшыртыу (97 процент), балаларҙы социаль ярҙам менән тәьмин итеү (96 процент), хеҙмәткә түләүҙең йәшәү минимумынан түбән булмаған минималь күләмен ҡабул итеү, йыл һайын пенсияны индексациялау (94 процент), шулай уҡ Рәсәй биләмәләренең тейелгеһеҙлеге (94 процент) һәм чиновниктарҙың сит илдәрҙә йәшәүгә рөхсәт ҡағыҙы, сит ил гражданлығы һәм сит илдә банк иҫәбе булмау яҡлы (93 процент).