Башҡортостан Адвокаттар коллегияһының рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, республиканың Адвокаттар коллегияһы президенты Булат Йомаҙилов палатаның Советына вазифанан бушатыуҙары тураһындағы ғариза менән мөрәжәғәт иткән.
Ошо уҡ көндә яңы рәйес һайланған.
Булат Йомаҙиловтың һүҙҙәренә ҡарағанда, республика адвокатураһының әүҙем үҫеше өсөн ваҡыт күп китә, урындарҙа шәхсән үҙенең ҡатнашыуы талап ителә. Ошоға бәйле һәм был маҡсаттарҙың тормошҡа ашырылыуы өсөн етәксе үҙен республиканың Адвокаттар коллегияһы президенты вәкәләттәренән бушатыуҙы рациональ тип күрә.
Булат Йомаҙиловтың ҡарарын Адвокаттар палатаһы Советы күпселек тауыш менән хуплаған. Аҙаҡ йәшерен тауыш биреү һөҙөмтәһендә яңы президент һайланған. Ул – Башҡортостан Адвокаттар коллегияһының Учалы филиалы етәксеһе, Совет ағзаһы Артур Насиров.
Яңы етәксе Советҡа Булат Йомаҙиловты Адвокаттар коллегияһының вице-президенты итеп һайларға тәҡдим иткән. Уның был ҡарары хупланған.
Артур Насиров 1967 йылда Салауат ҡалаһында тыуған. 2001 йылда Мәскәү халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтын тамамлаған. 2002 йылдың мартынан 2003 йылдың июленә тиклем стажировка үткән һәм квалификация имтиханын тапшырып, адвокат булған. Эшмәкәрлеген артабан дауам итеү өсөн Башҡортостан Адвокаттар коллегияһының Белорет махсуслашҡан филиалына эшкә ебәрелгән.