Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Марта 2020, 08:50

ЮРИСТ КӘҢӘШТӘРЕ

“Штрафты кем түләр?”– Бер йыл элек машинамды һаттым. Яңыраҡ дәүләт хеҙмәттәре тураһындағы порталға ингәйнем. Унда ошо автомобиль өсөн 19 мең һум штраф түләргә тейешлегемде аңланым. Был осраҡта миңә нимә эшләргә? Хәҙер ошо бурысты миңә түләргәме?Дамир.

“Штрафты кем түләр?”
– Бер йыл элек машинамды һаттым. Яңыраҡ дәүләт хеҙмәттәре тураһындағы порталға ингәйнем. Унда ошо автомобиль өсөн 19 мең һум штраф түләргә тейешлегемде аңланым. Был осраҡта миңә нимә эшләргә? Хәҙер ошо бурысты миңә түләргәме?
Дамир.
Өфө ҡалаһы.
– Әгәр машинағыҙҙы һатыу-һатып алыу тураһындағы килешеү булмаһа, штраф транспорт сараһын үҙенә рәсмиләштергән кешегә киләсәк. Шуға ЮХХДИ-ға үҙегеҙҙең исемгә яҙылған автомобилгә арест һалыуҙарын һорап, ғариза бирергә тура килер. Артабан машинағыҙҙы һатҡан кешегә штрафтарҙы түләмәйенсә автомобилде бирмәҫкә мөмкин, сөнки һеҙ – ошо транспорт сараһының законлы хужаһы.
“Хоҡуҡтарым боҙола...”
– Финанс хеҙмәттәре баҙарында хоҡуҡтар боҙолған осраҡта ниндәй ойошмаларға мөрәжәғәт итергә икән?
З. БАЙРАМОВА.
Стәрлетамаҡ районы.
– Роспотребнадзор, күп функциялы үҙәк­тәр, Рәсәй Банкының ҡулланыусылар хо­ҡуҡ­тарын яҡлау һәм финанс хеҙмәттәренең асыҡлығын тәьмин итеү хеҙмәте, Рәсәй Пенсия фонды, Финанс омбудсмены, хоҡуҡ һаҡлау органдары (полиция, прокуратура) кеүек ойошмаларға мөрәжәғәт итегеҙ һәм үҙегеҙҙең ниндәй хоҡуҡтарығыҙҙың боҙолоуы хаҡында әйтегеҙ.
Дуҫтың да була төрлөһө
– Йылдан-йыл кешеләргә ышанысым кәмей. Өҫтәүенә бер нисә көн элек әхирәтем минең турала булмаған хәлде бар итеп, насарлап, исемемде һатып, күрше-тирәгә хәбәр таратҡан. Шулай итеп, “дуҫ” тип йөрөгән кешем күңелемде яраланы. Бына ошондай хәлдәр осрағында закондар буйынса яуаплылыҡ ҡаралмағанмы?
Зиниә.
– Һәр кемдең шәхесе тейелгеһеҙ. Был насар һүҙ, яла яғыу һөҙөмтәһендә кемдеңдер абруйын төшөрөргә маташҡандарға ла ҡағыла. Ошондай йәмһеҙ күренеш осраҡтарында Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 5.61-се статьяһы буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырыуҙары ихтимал.
Бынан тыш, Рәсәй Прокуратураһы тураһындағы Федераль закондың 10-сы статьяһында ла һүҙ һеҙ әйткән йәмһеҙ күренештәрҙе булдырмау тураһында бара. Әхлаҡи зыянға килгәндә, был хаҡта Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 128-се, 151-се статьяларында әйтелгән.
Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты бар
– Торлаҡта күпме ваҡыт теркәлмәй йәшәргә мөмкин?
М. ДӘҮЛИЕВ.
Салауат ҡалаһы.
– Рәсәй Федерацияһында 90 көн йәшәү урыны буйынса теркәлмәй йәшәргә мөмкин тип әйтелә закондарҙа. Әгәр ошо талап үтәлмәһә, 1500 һум күләмендә штраф ҡаралған.
Читайте нас