Бөгөн Мәскәүҙәге Новодевичье зыяратында республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең күренекле дәүләт эшмәкәре Зыя Нурый улы Нуриевтең тыуыуына 105 йыл тулыу уңайынан арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың һәйкәленә сәскәләр һалынды.
Зыя Нурый улы Нуриев 1915 йылдың 21 мартында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең Үрге Ыласынтау ауылында тыуған. Уның республикабыҙ үҫешенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Тап Зыя Нуриев Башҡортостанға етәкселек иткән һәм артабан СССР Хөкүмәтендә юғары вазифалар биләгән осорҙа республикала төҙөлөш алға киткән, Ишембай, Туймазы, Октябрьский, Нефтекама, Салауат ҡалалары төҙөлгән. Бөгөнгәсә төбәктең иҡтисади ҡеүәтен тәшкил иткән ҙур предприятиелар, юғары уҡыу йорттары, СССР Фәндәр академияһы, театрҙар, музейҙар асылған. Зыя Нуриев оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгәне өсөн Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә, дүрт тапҡыр Ленин орденына һәм башҡа юғары наградаларға лайыҡ булған. Ул 2012 йылдың 19 октябрендә донъя ҡуйҙы.
Данлыҡлы яҡташыбыҙҙың һәйкәле янына Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ағзалары, Зыя Нуриевтең туғандары, һәйкәлдең авторы С. Щербаков (ҡоролма 2015 йылдың 21 мартында асылғайны) килгән. Сарала Светлана Михайловна Нуриева, Зыя Нуриевтең ейәне Эльдар Нуриев тә булған.
“Мин, уның ейәне, бәләкәй саҡта барыһын да аңлап етмәгәнмен. Ҙурайып, олатайымдың иленә, республикаһына ни тиклем хеҙмәт иткәнен күргәс, уның бөйөк Ул һәм бөйөк Уҡытыусы икәнлеген аңланым. Зыя Нурый улы - шул тиклем күп идеялар, төрлө проекттар авторы. Мин хатта баһалай алмайым”, – тип белдергән Эльдар Нуриев. Данлыҡлы яҡташыбыҙҙың ейәне шулай уҡ олатаһының республика тураһында көн һайын уйлағанлығы хаҡында әйткән. Уның тыуған көнөн үткәргән осорҙар ҙа, яҡташтарының данлыҡлы олатаһына йыш килеүе лә ейәненең күңелендә бик йылы хәтирәләр булып уйылған.
“Зыя Нурый улы арҙаҡлы эшмәкәр һәм ойоштороусы ине. Ул етәкселек иткән осорҙа республикала төп сәнәғәт предприятиелары барлыҡҡа килде, нефть табыу күләме артты. Мәскәүҙә эшләгән осоронда ла ул республика менән бәйләнешен бер ҡасан да өҙмәне, һәр ваҡыт бындағы тормош һәм кешеләр менән ҡыҙыҡһынды. Республикала кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүҙә ҡатнашты. Кем уны белгән, барыһы ла Зыя Нурый улын тик рәхмәт һүҙҙәре менән хәтергә ала. Бөгөн дә, тыуыуына 105 йыл тулған көндә, шәхестең ҡәберенә республика Башлығы исеменән сәскәләр һалдыҡ. Тик бына эпидемиологик хәлгә бәйле кешеләр һаны сикләнде. Ә бында килергә теләгәндәр күп ине, – тип белдергән Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле кәңәшсеһе Ришат Халиҡов. – Зыя Нурый улы - республикабыҙҙың оло шәхесе, артабан да шулай булып ҡаласаҡ. Ул Бөрө өйәҙендәге ябай ғына ауылдан сыҡҡан башҡорт булһа ла, дәүләттәге иң ҙур вазифаны биләне”.
Фотолар Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенән.