Киң мәғлүмәт сараларында Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү тураһында фекер алышыуҙар бара. Илебеҙҙең Төп Законына индереләсәк төҙәтмәләргә ҡарата фекерен белдереүҙе һорап, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Фидан ҒАФАРОВҠА мөрәжәғәт иттек.
- Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Конституцияға үҙгәрештәр индереү тураһындағы тәҡдимен хуплайым. Атап әйткәндә, пенсия реформаларын даими рәүештә индексациялап тороу тураһындағы төҙәтмә буйынса Рәсәй халҡы ыңғай ҡарашын белдерҙе. Үҙгәрештәр барыһы ла илдәге хәл-торошто, халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу маҡсатынан сығып атҡарыла, тип уйлайым. Борон-борондан Рәсәйҙә күп милләтле, күп конфессиялы халыҡ йәшәй, уларҙың берҙәмлеген, илдең ҡеүәтен һаҡлау өсөн, сит илдәр алдында Ватаныбыҙҙың көсөн күрһәткән етәксенең ил башлығы булыуы мөһим. Беҙ тарҡалған штаттар булып йәшәй алмайбыҙ. Беҙҙең үҙ йолаларыбыҙ, үҙ тарихыбыҙ, үҙ юлыбыҙ.
Шөкөр, Башҡортостаныбыҙҙа ла яҡшы үҙгәрештәргә шаһитбыҙ. Республика Башлығы Радий Хәбиров төбәк үҫеше өсөн күп көсөн һала, ул һүҙендә тора торған кеше. Мәҫәлән, әгәр хәтерләһәгеҙ, Салауат районының Мөрсәлим ауылында мәҙәниәт йорто һалабыҙ, тип бер йыл элек вәғәҙә биреп киткәйне, һәм һүҙендә торҙо. Иҫ киткес һоҡланғыс бинаны, ундағы халыҡты барып күреп ҡайтырға насип булды. Республикала бына ошондай халыҡ өсөн кәрәк булған объекттар асылып тора, ғөмүмән, Рәсәйҙә, Башҡортостанда халыҡ мәнфәғәтендә байтаҡ эштәр атҡарыла. Ошонда йәшәгән халыҡтың проблемаһын, эске һыҙланыуҙарын белгән кеше генә һәр мәсьәлә менән танышып, уны хәл итеү өсөн ең һыҙғанып эшкә тотона.
Дәүләтебеҙҙең ҡеүәтен һаҡлау – ул һәр кемебеҙҙең иңендә. Был ниндәйҙер юғары пафос менән әйтелгән һүҙ түгел, әгәр илеңдең, балаларыңдың киләсәген уйлаһың икән, бындай сәйәси ваҡиғаларға ҡул һелтәп ҡарарға, ситтән күҙәтеүсе булырға ярамай. Ил ул бөтәбеҙ бергә булғанда ғына көслө дәүләт буласаҡ.
Президент Владимир Путин, алда әйткәнемсә, үҙен донъя аренаһында ла көслө шәхес итеп танытты. Ул бер нимәне лә алдан хәстәрләмәйенсә эшләмәй, уның һәр һүҙе артында тәрән уйланылған сәйәсәт ята. Был фактты политологтар ҙа, социологтар ҙа таный. Уның тарафынан алып барылған ижтимағи-сәйәси ғәмәлдәр, Конституцияға үҙгәреш кеүек ил тарихындағы ҙур ваҡиғалар Рәсәй халҡын яңы ышаныслы дәүергә алып сығыр, тип өмөт итәм, - тине халыҡ артисы.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.