Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
26 Марта 2020, 14:40

Конституцияның төп бурысы – власть системаһын төҙөү

Политолог Николай Евдокимов илдәге сәйәси үҙгәрештәргә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.

Политолог Николай Евдокимов илдәге сәйәси үҙгәрештәргә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе:
– Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ғинуарҙа, Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә Конституцияға индерергә тәҡдим иткән үҙгәрештәр илдәге сәйәси тормошто әүҙемләштереп ебәрҙе. Улар Рәсәй йәмғиәтен берләштерергә ярҙам итер ине. Был бигерәк тә “власть трансферы” осоронда мөһим. Ҡайһы берҙәре, әлбиттә, бәхәс кимәлендә ҡалды, ә бәғзеләре йәмәғәтселек тарафынан ыңғай ҡабул ителде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге ваҡытта Рәсәй Дәүләт Думаһы башланғысы менән тәҡдим ителгән ҡайһы бер үҙгәрештәр, шул иҫәптән, бығаса булған президентлыҡ мөҙҙәтен юҡҡа сығарыу хаҡындағылары ла, йәмғиәттең балансын ҡаҡшата. Был үҙгәрештәр йәмғиәтте тарҡата, власҡа ышанысты кәметә. Конституцияның төп бурысы – власть системаһын төҙөү, сәйәси институттар араһында бәйләнеш булдырыу. Дөйөм алғанда, үҙгәрештәр Конституцияның йөкмәткеһен ныҡ ҡына үҙгәртә. Миңә ҡалһа, ул тиклем күләмдә улар кәрәкмәҫ ине, бигерәк тә күп өлөшөнөң декларатив йүнәлештә икәнлеген иҫәпкә алғанда.
Фото: gtrk.tv
Читайте нас