2019 йылдың 23 апрелендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан төбәктә Йәштәр хөкүмәте булдырырға тигән ҡарар сығарылғайны. 21 октябрҙә уның тәүге составы раҫлана. Был орган ниндәй маҡсаттарҙа ойошторолған – асыҡлап үтәйек.
Беренсенән, һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа йәштәр өсөн төрлө мөмкинлектәр булдырыла: яңынан-яңы льготалар, программалар, гранттар барлыҡҡа килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дәүләт тарафынан булдырылған ярҙам, гранттар тураһындағы яңылыҡтар менән йәштәр таныш булмай сыға. Был көнүҙәк проблема һанала. Эйе, яңылыҡтар гәзит-журналдарҙа баҫыла, интернет селтәрҙәрендә сығып тора, тик, аңлауыбыҙса, унда бар мәғлүмәт тулыһынса асыҡланып бөтә алмай.
Министрлыҡтар сайтында бирелгән мәғлүмәттең төрлөлөгө һәм күплеге ҡабул итеүсенең күп ваҡытын ала.
Йәштәр хөкүмәтенең төп маҡсаттарының береһе – республикабыҙҙа йәштәргә тәғәйенләнгән төрлө программалар тураһындағы мәғлүмәтте аңлайышлы итеп еткереү. Яңы мөмкинлектәр саралары менән танышыр өсөн интернет селтәрендәге Йәштәр хөкүмәтенең махсус сайтына, унан тыш, “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмгә һәм Инстаграмдағы @molprav102 аккаунтына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Йәштәргә бәйле мәғлүмәттәр һәм мөмкинлектәр шунда яҡтыртыла, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы социаль селтәрҙәрҙә яҙа йә шәхсән Йәштәр хөкүмәте ағзаларына бирә алаһығыҙ.
Йәштәр хөкүмәте – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы кәңәшләшеү органы. Ябай тел менән әйткәндә, йәштәр менән Хөкүмәт араһында бәйләнеш булдырыусы төп майҙансыҡ. Беҙҙең составта 19 кеше: рәйес, уның урынбаҫары һәм секретарынан тыш, һәр тармаҡ буйынса 16 йәш министр бар. Һәр ике йыл һайын яңы состав һайланасаҡ, кандидаттарҙы һайлап алыуҙы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойоштора. Ул ике этапта уҙғарыла – ситтән тороп (проекттар конкурсы) һәм шәхси осрашыу. Конкурста Башҡортостанда даими йәшәгән 18–30 йәшлек граждандар ҡатнаша ала. Мотлаҡ шарт – кандидат дәүләт йәки муниципаль хеҙмәттә тормаҫҡа тейеш. Артабан улар, стажировка үтеп, дәүләт хеҙмәтендә карьера башлау мөмкинлегенә эйә була.
Икенсе маҡсатыбыҙ – йәштәрҙең башланғыстарын хуплау, уларҙы сәйәси һәм иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ылыҡтырыу.
Башҡортостан йәштәре өсөн Йәштәр хөкүмәте тарафынан төрлө саралар үткәрелә, мәҫәлән, “Йәштәр хөкүмәте көндәре” форумы. Уны ойоштороу 2020 йылдың көҙ айҙарына планлаштырылған. Форум сиктәрендә Йәштәр хөкүмәте вәкилдәре республикабыҙҙың төрлө райондарына сыға һәм урындағы йәштәрҙең төрлө юҫыҡта компетенцияларын үҫтереүгә йүнәлтелгән сығыштар һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, интеллектуаль уйындар, донъя кимәлендә билдәле спортсылар менән осрашыуҙар ойоштора. Унан тыш, даими рәүештә төрлө акциялар, конференциялар, форумдар үткәрелә. Шулай уҡ һәр йәш министрҙың үҙ йүнәлеше менән бәйле төрлө проекттар алып барыла, мәҫәлән, экология, медицина, ауыл хужалығы, мәғариф, мәҙәниәт, иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һ.б. Йәштәр хөкүмәтенең тулы эшмәкәрлеге барышын өҫтә әйтелгән шәхси сайтта күҙәтеп барырға мөмкин.
Йәштәр – ул илебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге, шуға күрә дәүләт ошо ижтимағи төркөмгә ҙур иғтибар бүлә. Йәштәр иһә, үҙ сиратында, әлеге мөмкинлекте, ярҙамды урынлы файҙаланып, бөйөк маҡсаттарҙы ғәмәлгә ашырырға бурыслы.