Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
27 Марта 2020, 08:40

Санкинды ниңә ѳйѳндә тоталар?

Йәмғиәттә был енәйәт эше буйынса ҡаршылыҡлы фекерҙәр йѳрѳй: берәүҙәр ирҙе яҡлаһа, икенселәр ул кеше үлтергән, язаһын алырға тейеш, тип бара.

Ѳфѳ ҡалаһының Калинин районы суды педофил тип иҫәпләнгән ирҙе үлтереүҙә ғәйепләнгән Владимир Санкинды 26 июнгә тиклем ѳй һағында ҡалдырыу тураһында ҡарар сығарған.

Енәйәт-процессуаль ҡануниәткә ярашлы, тәфтишсенең шаһиттарға артабан баҫым яһау мѳмкинлеге тураһындағы дәлилдәре, тура булмаған фараздары, ауыр енәйәт ҡылыу тураһындағы ғәйепләүҙәре уны һаҡ аҫтына алыуға нигеҙ була алмай, тип белдерелә релизда. Йәғни, әлегә Владимир Санкинды бикләү ѳсѳн нигеҙле сәбәптәр етерлек кимәлдә тупланмаған.

Әле был енәйәт эше буйынса йәмғиәттә ҡаршылыҡлы фекерҙәр йѳрѳй: берәүҙәр ирҙе яҡлаһа, икенселәр ул кеше үлтергән, язаһын алырға тейеш, тип бара.

Владимир Санкинды билдәле адвокат Шота Горгадзе яҡлай. Ул Рәсәй Тәфтиш комитеты етәксеһенә был эште үҙ күҙәтеүе аҫтына алып, эште Ѳфѳнән тѳп идаралыҡҡа күсереүен һорап мѳрәжәғәт иткән.

Фото: Yandex.com

Читайте нас