Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Март 2020, 12:55

Күрәһең, төрмәгә ултыртырҙар тип уйламаған

Быға тиклем дә эскән килеш машина менән идара итеп тотолған ир тағы ла шул уҡ аҙымға бара. Әммә һәр нәмәнең сиге була...

Бәғзе бер әҙәмдәр тыйыуҙы ла, әйтеүҙе лә бар тип тә белмәй. Улар, законға ҡаршы эш итеп, үҙҙәренең генә түгел, башҡаларҙың да һаулығын, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйыуын уйлап та бирмәй. Бигерәк тә эскән килеш рулгә ултырған киҫекһеҙҙәр аптырата.

2018 йылдың авгусында Дүртөйлө районынан 42 йәшлек ир эскән килеш автомобиль менән идара иткәне өсөн водитель танытмаһынан мәхрүм ителә, шулай уҡ уға 30 мең һум күләмендә штраф һалына.
Тик был яза уға һабаҡ булмаған – былтыр ноябрҙә ул “Daewoo Nexia” автомобилендә эскән килеш идара иткән мәлендә тағы тотола. Медицина тикшереүе уның организмында алкоголь концентрацияһының норманан 11 тапҡырға артыҡ булыуын күрһәткән.
Суд 42 йәшлек ирҙе РФ Енәйәт кодексының 264.1-се статьяһын буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип таба һәм уны алты айға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәреү тураһында ҡарар сығара. Шулай уҡ уға өс йыл автомбиль менән идара итеү тыйылды.
Фото: БР Прокуратураһы сайтынан.
Читайте нас