Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
31 Марта 2020, 09:21

Барыбыҙ ҙа өйҙә ултырасаҡбыҙ!

Республика халҡын тулы изоляция көтә.

Хөкүмәттә аҙна һайын үткән оператив кәңәшмәнең сираттағыһы Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын иҫкәртеүгә арналды. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров башҡарылған эштәр тураһында һөйләне һәм һуңғы яңылыҡтар менән таныштырҙы.


Ҡул биреп күрешмәй торайыҡ


Иң мөһимдәренең береһе – Башҡортостанда бөтә граждандар өсөн дә үҙаллы тулы изоляция режимы индерергә йыйыналар. Быны эшләүҙе Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе миҫалы буйынса Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин төбәктәргә лә был сараны өйрәнергә һәм үҙҙәрендә индерергә кәңәш итә.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, ул тиҙ арала муниципалитет башлыҡтары һәм Хөкүмәт ағзалары менән ошо мәсьәлә буйынса кәңәшмә йыясаҡ.
Билдәле булыуынса, Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә өйҙән ни бары эшкә барыу, яҡындағы магазин йәки дарыухананан аҙыҡ-түлек алыу, өй хайуандарын тышта йөрөтөп индереү һәм сүп-сар ташлау өсөн генә сығырға мөмкин. Ошо көндәрҙә кешеләр Мәскәүҙә тик махсус пропуск менән генә өйҙәренән сыға аласаҡ. Күрәһең, беҙҙә лә ошо хәл буласаҡ.
Билдәле булыуынса, 28 марттан республикала бик күп ойошмалар һәм учреждениелар ябылды. Шул иҫәптән сауҙа үҙәктәре лә, уларҙа аҙыҡ-түлек магазиндары, дарыуханалар, зоомагазиндар ғына эшләй. Быға тиклем сауҙа үҙәктәрендәге фуд-корттар эшләй ине, Радий Фәрит улы уларҙы ла бөгөндән ябырға ҡушты.
Тағы шуныһы, төбәк етәксеһе хәүефһеҙлек йөҙөнән был көндәрҙә ир-ат араһында ҡул биреп күрешеүҙе тыйырға саҡырҙы.

– Был беҙҙең ҡанға һеңгән, кешене күреү менән ҡул үҙенән-үҙе күтәрелә башлай, тик табиптар тап ошо юл менән инфекция таралыуын белдерә, – тине ул.


Сит илдән ҡайтҡандарға талап ҡаты


“Роспотребнадзор”ҙың төбәк идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Жеребцов белдереүенсә, 1 марттан алып Башҡортостанға сит илдәрҙән алты меңдән ашыу кеше ҡайтҡан. Уларҙың бөтәһе лә контролдә һәм кәрәк булған анализдарҙы тапшыра. Ҡайтҡан кешеләрҙең өс мең самаһы Европа илдәрендә булған, ҡалған өс меңе Таиланд, Вьетнам, Төркиә, Берләшкән Ғәрәп Әмирлегендә ял иткән.
Аэропорттың халыҡ-ара терминалында көсәйтелгән контроль ойошторолған. Ял көндәрендә сит илдән рейстар булмаған.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, әле республикала 795 кешенең ике аҙналыҡ карантин ваҡыты бөткән.
29 мартҡа ҡарата республикаға сит илдәрҙән бөтәһе дөйөм алғанда 9346 кеше ҡайтҡан, йортонда изоляцияла ултырғандарҙың 8648-е тикшерелгән. Өй буйлап йөрөп сығыу шуны күрһәткән: 2,5 мең кеше күрһәтелгән адрес буйынса йәшәмәй. Бындай осраҡтарҙа уларҙың йәшәү урыны Эске эштәр министрлығы аша табыла.
Халыҡтың 15 проценты – 1299 кеше – махсус бригада тәүге тапҡыр килгәндә өйҙә булмаған. Икенсе мәртәбә килгән саҡта 60 проценттың өйҙә булыуы асыҡланған. Үҙаллы изоляцияны боҙғандар тураһындағы мәғлүмәт “Роспотребнадзор”ға тапшырыла бара, уларға штраф түләргә тура киләсәк.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был ҡағиҙәне боҙоуға бәйле республиканың Көйөргәҙе районында булған хәл тураһында һөйләне. Райондың Ермолаевка ауыл хакимиәте башлығы ҡатыны менән Доминикан Республикаһына сәйәхәт ҡылған, тик шуныһы – был туралағы мәғлүмәтте йәшергән. Әйткәндәй, уның ҡатыны – табип. Ялдан ҡайтҡас, икеһе лә эшкә сыҡҡан, ҡатыны пациенттар ҡабул иткән һәм дауалаған.
– Ҡот осҡос яуапһыҙлыҡ. Беҙҙең арала ундайҙар эшләргә тейеш түгел, – тине Радий Хәбиров.

Яңыраҡ барлыҡ Хөкүмәт ағзаларынан коронавирусҡа анализ алынғайны. Радий Хәбиров белдереүенсә, уның һөҙөмтәләре билдәле: бер кемдә лә инфекция табылмаған.


Хаҡтар ни хаҡ?


Башҡортостанда шәкәр ҡомо, һуған, ҡарабойҙай, имбир һәм лимонға хаҡ артҡан. Ә бына ҡыяр менән помидорҙың хаҡы төшкән. Башҡа тауарҙар буйынса әлегә үҙгәрештәр юҡ. Был турала республиканың сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев белдерҙе.
– Аҙыҡ-түлек запасы етерлек, келәттәрҙә 50 көнлөк запас бар, – тине ул.

Ҡайһы бер магазиндар хаҡты арттырған. Улар менән айырым эш алып барыла. Алексей Гусев белдереүенсә, аҙыҡ-түлек, дарыухана, зоотауарҙар магазиндары эшләүен дауам итә. Уларҙа иҙән йышыраҡ йыуыла һәм бөтә ерҙе антисептиктар менән эшкәртәләр.
28 марттан алып сауҙа үҙәктәре ябылды. Башҡортостанда барлығы 590 сауҙа объекты бар. 29 мартҡа ҡарата уларҙың 143-ө ябылған. Ҡалған 433-ө эшләүен дауам итә. Режимды боҙоу буйынса 13 протокол төҙөлгән.
– Бизнесты бөтөрөргә ярамай. Протокол тултырығыҙ, иҫкәрмә яһағыҙ, аңлатығыҙ, тик штраф һалмағыҙ, – тине Радий Хәбиров.



Вирус килә лә китә, ә тормош дауам итә


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ауыр осорҙа бизнесҡа ярҙам итергә, сәсеүҙе ваҡытында үткәрергә, “Йәшел Башҡортостан” акцияһы тураһында онотмаҫҡа ҡушты.
– Вирус килә лә китә, ә беҙгә бында эшләргә, йәшәргә кәрәк. Иҡтисадҡа, халыҡҡа ярҙам итергә тейешбеҙ. Киләсәк тураһында бөгөндән уйларға кәрәк. Беҙҙе ауыр ваҡыттар көтә, – тине ул.
Был йәһәттән эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн муниципалитеттарға республика бюджетын тулыландырыр түләүҙәре булған бизнесҡа һалым буйынса ярҙам сараларын әҙерләргә ҡушылды. Ябайлаштырылған һалым һалыу системаһын ҡулланған ойошма һәм шәхси эшҡыуарҙар өсөн “килем” системаһы буйынса һалым ставкаһы алты проценттан бер процентҡа тиклем төшәсәк. Әгәр бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ ойошмалары муниципалитеттар милкендә булған бинаны ҡуртымға алһа, улар уның өсөн түләүҙән азат ителәсәк. Документтар апрель аҙағына әҙер булырға тейеш. Шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың бизнес өсөн тәҡдим иткән барлыҡ ярҙам саралары ла ғәмәлдә буласаҡ. Ярҙамды көрсөк ваҡытында иң ҙур зыян алған тармаҡтар аласаҡ. Улар – йәмәғәтселек туҡланыуы, туризм, ҡунаҡханалар һәм башҡалар. Барлығы 13 тармаҡ.
Бынан тыш, ауыл хужалығына ҙур иғтибар кәрәк. Радий Хәбиров Хөкүмәттең беренсе вице-премьеры Андрей Назаровҡа ауыл хужалығы предприятиеларына һөҙөмтәле яҙғы сәсеү эштәрен башҡарыу өсөн тулы кимәлдә финанслау булдырырға ҡушты. Сәсеү мөмкин булғанса юғары кимәлдә үтергә тейеш. Хөкүмәттең иҡтисадҡа ярҙам йөҙөнән бүленгән 15 миллиард һумының 1,8 миллиарды ауыл хужалығы өсөн тотоноласаҡ.
Радий Хәбиров инвесторҙарға ярҙам итергә кәрәклеге тураһында ла әйтте.

Башҡортостан етәксеһе, инфекцияға ҡарамай, “Йәшел Башҡортостан” акцияһын дауам итеүҙе һәм лайыҡлы ойоштороуҙы йөкмәтте. Бәлки, элекке кеүек өмәләргә күп кеше йәлеп ителмәҫ, махсус хеҙмәттәр булһа ла был эште башҡарырға тейеш.

Радий Фәрит улы “таҙалыҡ көндәре”нә лә иғтибар итергә ҡушты. Был аҙнала кешеләр өйҙә ултырыу сәбәпле, ул ойошторолмаясаҡ. Әммә артабан был эш онотолмаҫҡа һәм даими башҡарылырға тейеш. Нисек кенә булмаһын, һаулыҡ таҙалыҡтан башлана. Был саралар – коронавирус инфекцияһы менән көрәшеү өсөн дә яҡшы ғәмәл.

Читайте нас