Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
31 Марта 2020, 09:47

Килешеп эшләгән һәр саҡ татыу йәшәр

Был осраҡта дәүләт бөтә яҡлап нығый бара.

Рәсәй һәм Башҡортостан етәкселеге тарафынан Федератив килешеүгә, уға республика тарафынан индерелгән Ҡушымтаға 1992 йылдың 31 мартында ҡул ҡуйылды. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителде, республиканың яңы Конституцияһы әҙерләнде, 1992 йылдың февралендә Башҡортостан Республикаһы тигән исем бирелде. 1993 йылдың декабрендә Башҡортостан Республикаһының яңы Конституцияһын ҡабул итеү ҙә үҙаллылығыбыҙҙың юғары кимәлен билдәләне.


Тарихтан мәғлүм булыуынса, I Бө­тә башҡорт ҡоролтайы (1917, июль) тарафынан һайланған Башҡорт мәркәз шураһы 1917 йылдың 15 ноябрендә Ырымбур, Өфө, Пермь, Һамар губерна­ларындағы башҡорт биләмәләрен Рәсәй Республика­һының автономиялы өлөшө тип иғлан итә. Шураның ҡарары III Бөтә башҡорт ҡоролтайы тарафынан раҫлана. 1919 йылдың 23 мартында Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһындағы Киле­шеү нигеҙендә Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаhы иғлан ителә.
1994 йылдың 3 авгусында Рәсәй Феде­рацияһы менән Башҡортостан Республи­каһы араһында вәкәләт­тәрҙе сикләү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу республика Конститу­цияһының законлылығын раҫланы һәм Башҡортостан менән Рәсәйҙең үҙ-ара аныҡ эш итеү механизмын билдәләне. 2000 йылдың 3 нояб­рендә Башҡортостан Республи­каһының Конституцияһы яңыр­тылды.
Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт властары араһында идара итеү даирәһен һәм вәкәләттәрҙе бүлешеү тураһындағы килешеү һәм уға Ҡушымта документ республи­каның артабанғы сәйәси һәм социаль-иҡтисади үҫешендә ҙур роль уйнаны, тип билдәләй аналитиктар. Тап ошо документ һөҙөмтәһендә Башҡортостан илдәге үҙгәртеп ҡороуҙар мәлен артыҡ ҡатмар­лыҡтарһыҙ үтә алды. Тик 28 йыл элек булған ваҡиғалар бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда тоноҡланып ҡалғандай. Ә бит федератив килешеү ул осор өсөн, ысынлап та, мөһим документ була, иҡтисади үҙаллылыҡ бирә.



Константин ТОЛКАЧЕВ,

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, юридик фәндәр докторы:

– Хәҙерге Рә­сәйҙәге федерализм аяҡҡа ба­ҫыу һәм үҫеү хәлендәге са­ғыш­тырмаса яңы сәйәси-хо­ҡуҡи институт булып тора. Ысын феде­ра­лизмдың асылы – ул бары­һынан элек үҙәк власть менән төбәктәр, күп һәм аҙ һанлы халыҡтар, шулай уҡ Федерация субъекттары араһындағы үҙ-ара килешә белеү мәҙәниәте.
Был ҡоролош дәүләттең горизонталь ғына түгел, ә уның барлыҡ халыҡтарының социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-рухи мәнфәғәттәрен иҫәпкә алған вертикаль төҙөлөшө лә булып тора. Әгәр ҙә был мөнәсәбәттәрҙә гармония хөкөм һөрә икән, тимәк, һөҙөмтәлә дәүләт һәр яҡлап нығый барасаҡ. Тотош алғанда ла, уның айырым өлөштәре буйынса ла. Һәм, киреһенсә, артыҡ үҙәкләштереү йәки төбәктәр яғына тартҡылау үҙәккә лә, төбәктәргә лә файҙа бирмәйәсәк.
Федерализмды үҫтереүгә ынтылыш федераль үҙәктән генә түгел, ә төбәктәрҙән дә килә. Башҡортостан – илебеҙҙең иң яңы тарихында дәүләт ҡоролошоноң федераль моделен булдырыуҙа иң әүҙем ҡатнашҡан төбәктәрҙең береһе. Республика күп осраҡтарҙа федераль үҙәк менән төбәктәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙең үҫешен билдәләне.



Зөфәр ЙӘНЕКӘЕВ,

Башҡортостан Конституция Суды рәйесе, юридик фәндәр докторы:

– Май­ҙа­ны­ның үтә ҙур булыуын, тө­бәктәрҙең үҙенсәлеге бер-береһенән ныҡ айырылыуын, этник составын, Федерация субъектт­арының ҡануни нигеҙҙәге мөмкин тиклем киңерәк үҙаллылығын күҙ алдында тотҡан иҡтисад төҙөү зарурлығын иҫәпкә алып, Рәсәйҙең реаль федерализмдан башҡа юлы юҡ. Илдә Конституцияның федераль ҡиммәттәре, федератив институттар һәм уларҙы үҫтереү кәрәклеген аңлау бар. Әммә алға барыу өсөн ниндәй тәғәйен аҙымдар яһау кәрәклегендә асыҡ­лыҡ юҡ. Рәсәй федерализмының барлыҡ ҡеүәтен көнүҙәкләштереү драйверҙары кемдәр булырға тейешлеге лә билдәһеҙ.
Күп нәмә сәйәси хәлгә, федераль һәм төбәктәрҙәге сәйәси элитаның сифатына, ниндәй йүнәлештәрҙе һайлауына бәйле. Үҙәктән ситкә ынтылыу федератив дәүләттең тарҡалыуына, ә артыҡ үҙәк­ләштереү унитаризмға алып килергә һәләтле. Иң уңайлы формуланы табыу – үҙ-ара килешә белеүҙең һәм аҡыллы сәйәсәттең бурысы.



Фәнис РАЯНОВ,

Башҡорт дәүләт университеты профессоры, юридик фәндәр докторы:

– Федерализм ижтимағи тө­шөнсә булараҡ беҙҙең ил өсөн танып беленмәгән күренеш түгел. Уның тураһында донъя әҙәби­әтендә лә бик күп яҙылған. Әйткәндәй, “федерализм” термины үҙе аныҡ ҡына билдәләнмәгән. Канада политологы У. Стюарт, мәҫәлән, был төшөнсәнең 267 билдәләмәһен атай.
Донъя дәүләттәре башлыҡ­тарының Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының 70-се юбилей сессияһында замандың кисек­мәҫтән хәл итеүҙе көткән төп проблемалар һәм ҡаршылыҡтар аталды. Әммә унда федерализм проблемалары көн үҙәгенә ҡуйылманы. Тимәк, бөгөн федерализм проблемалары айырым дәүләттәр сигенән сыҡмай һәм халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыуға йоғонто яһамай. Ул ғына түгел, беҙ уйлағанса, ниндәй ҙә булһа йәмғиәттә гражданлыҡ институттары һәм ҡануни киңлек үҫешмәгән икән, тимәк, унда ысын федерализм да тейешенсә алға бара алмаясаҡ.



Марат ЯМАЛОВ,

Башҡортостан дәүләт педагогия университеты профессоры, тарих фәндәре докторы:

– Федерализм буйынса ҡараш­тарҙы шартлы рәүештә түбәндәгесә бүлеп ҡарарға мөмкин: федератив мөнәсәбәттәрҙе артабан үҫтереү йәки, киреһенсә, уларҙы туҡтатыу, субъекттарҙы эреләтеү һәм губерналарға бүлеп сығыу, уларҙың статустарын тигеҙләү. Этнологияла “милләт” төшөнсәһенең яһалма булыуын, идеологик характерҙа икәнлеген раҫларға маташҡан конструктивизм бар­лыҡҡа килде. Улар дәүләттең милли сәйәсәте бул­маҫҡа тейеш тип бара, ләкин һуңғы йылдарҙа был бәхәс һүрелә төштө, башҡа сәйәси мәсьәләләргә урын бирҙе.
Шул уҡ ваҡытта проблемаға ҡараштың бер төрлө булмауы һаҡлана. Федерализм йәмәғәтселек аңы һәм иғтибарынан ситтә, ул ғорурлыҡ предметы түгел. Минеңсә, йәмғиәттә илдең цивилизация үҙенсәлектәре федерализм, уның халыҡтар берҙәмлегенә индергән өлөшө менән бәйләнештә ҡарал­май. Әммә һуңғы осорҙағы ҡайһы бер сәйәси күренештәр федерализм проблемаларын йәнә көн үҙәгенә сығарҙы. Был мәсьәләнең бөтә донъяла ҡырҡыулашыуы түбәндәге шарттар менән аңла­тыла: 1) үҫештең тигеҙ булмауы һәм донъя ҡоролошоноң күп полярлыҡҡа күсеүе; 2) донъяның глобалләшеүе шарттарында үҙ-ара берләшеүҙәге ҡаршылыҡтар; 3) донъя сәйәсәтендә ҡитғалар һәм милләттәр араһындағы мөнәсәбәт­тәрҙең ҡырҡыулашыуы.

Читайте нас