Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Апреля 2020, 09:45

Яҡты киләсәк ахырында ҡараңғыға төртөлмәйек

Йөҙ менән боролаһы көндәр килер.

Халыҡ-ара система алға ла бармаған, артҡа ла шылмаған, бер урында тапанған хәлдә тиҫтә йыл йәшәйҙер. Быны һиҙемләү өсөн сәйәсмән дә, сәйәси мәсьәләләр йәһәтенән белгес булыу ҙа һөждә түгел. Донъяла байтаҡтан йәшәп килгән һәм үҙен аҡлаған әүәлге мөнәсәбәттәр мираҫын емереү дауам итә. Ул ҡасанға тиклем барыр, ниндәй һөҙөмтәләргә килтерер, аныҡ ҡына, тимәк, өмөт уятырлыҡ фаразлауҙар әлегә юҡ.


Рәсәй, ошоғаса юғалтып бөтөлмәгән абруйы менән, киләсәктәге донъя ҡоролошон формалаштырыуға йоғонто яһарлыҡ мөмкинлектәргә эйә. Ә хәҙер иң мөһиме – яңы ҙур һуғыштың тоҡаныуына юл ҡуймау. Бының ихтималлығы бик ҙур.
Владимир Путин, тышҡы сәйәсәтендә, илебеҙҙе Азияға ҡарай йөҙ менән бороуын-борҙо ла ул, әммә Ҡытай­ҙағы власть өсөн ҡырта­лашыуҙың бермә-бер көсәйеүе, ә коронавирус – ил эсендәге көрәштә бер сәбәп кенә, эргә­ләге Ҡаҙағстанда тотороҡло­лоҡтоң һынауҙарға дусар ителеүе, Япония менән аҙағы күренмәҫтәй тартыш – һәммә факторҙар илебеҙ дипломаттарынан Андрей Громыко заманындағыса оҫталыҡ һәм үҙһүҙлелек, хәрбиҙәрҙән көс-ҡоралды әҙерлектә тотоуҙы, Президенттан – ҙур аҡыл һәм түҙемлелек талап итә.
Йәнә лә шул борсой: Европа, айырыуса Ҡушма Штаттар менән етди уртаҡлыҡ табыуға өмөт бармы? Бының сәбәп­тәрен инде, Көнбайыш илдә­рендәге хәлдәрҙән эҙләргә тура килә. Рәсәй сәйәсәтенә тактик һығылмалылыҡ, көтөлмәгән боролоштарға әҙер булыуҙы теләйек, сөнки донъяла тото­роҡло, тыныс, илебеҙ өсөн ҡулай тәртип урынлаштырыу – урынлы-урынһыҙ яр һалып йөрөү түгел.
Тарихҡа әйләнеп бағайыҡ та заманыбыҙҙағы хәл-ваҡи­ғаларға иғтибарлыраҡ була­йыҡсы. Етәкселәрҙең хәҙерге аҙымдарының, донъя сәйәсәте һәм иҡтисадындағы көсөргәне­шенең төп сәбәптәре бөгөн генә хасил булмаған. Тарҡаулыҡ, буталсыҡлыҡ, кем менән һәм ни өсөн икәнлеге билдәһеҙ көрәш тотош донъя һәм төбәк ҡоролоштарының емерелеүенә килтерҙе. Һүҙ уйнатыбыраҡ әйткәндә, гүйә, аяҡ аҫтыбыҙҙа донъяны тотоп торған бер нисә тектоник плитә ҡуҙғала башланы.
Иң тәрән һәм ҙур ҡуҙға­лыш­тарҙың береһе – донъя сәйә­сәтендә, иҡтисадында үә идея өл­кәһендә Европа менән Көн­байыштың 500 йылға һуҙыл­ған хакимлығының тамамланыуы. Төп сәбәп – улар ХVI–ХVII быуаттарҙан уҡ эйә бул­ған хәрби өҫтөнлөктөң тамамланыуы (хәйер, был мәғә­нәлә Рәсәй Көнбайыш донъяға ҡа­рай ине. Уның Тымыҡ оке­ан­ға ҡарай елдереүе казак­тар­ҙың ауанлығы һәм төп Рәсәй­ҙәге крепостнойлыҡ иҙеүенән ҡотолорға ынтылыу менән ге­нә түгел, бәлки атыу ҡоралы һәм хәрби ойоштороу­ҙың урын­дағы ҡәбиләләрҙең уҡ-һаҙағынан өҫтөнлөгөнә бәйлән­гән). Егерменсе быуат урта­һын­да, Көнбайышҡа ҡаршы тороусы тәүҙә – Рәсәй, торараҡ – Ҡытай ядро ҡоралына эйә булғас, хәл тамырынан үҙгәр­ҙе. Нәҡ ошонан аҙаҡ Амери­каның Кореялағы һуғышта еңә алмауы, һуңғараҡ Вьетнамда отолоуы ғәжәп түгел. Ике осраҡта ла ядро ҡоралын файҙаланыуға ҡырсыныу булды, әммә тәүәккәллек, шөкөр, етмәне.
1991 йылдан 2008-гә тиклем арала, Советтар Союзы тарҡалып, хәрби-сәйәси балансир булыуҙан туҡтағас, Көнбайыш өҫтөнлөгөн ҡайтар­ғандай итте. Ул донъя йөҙөндә либераль тәртип урынлаш­тырырға ниәтләне. Афғанс­тандағы, Ираҡтағы, Ливия, Сүриәләге бермә-бер уңыш­һыҙлыҡтар АҠШ-тың һары­уын ҡайната, әлбиттә.
Күптән түгел генә өлгө алыр­лыҡ даланлы тип иҫәп­ләнгән Көнбайыш йәмғиәттәре етди ауырлыҡтарға дусар булды. Халыҡтар глобалләшеү ғә­ләмәтенән отолоуын йәшер­мәй. Урта синыф тип йөрө­төлгән, етеш йәшәүгә өйрәнгән кешеләр алдағы көндәрҙә юҡсыллыҡҡа тарыясаҡтарын һиҙә.
Хәбәр йөрөтөү мөмкинлек­тәренең социаль селтәрҙәрҙә ябай кеше аңлап өлгөрмәҫтәй тиҙлек менән үҫеүе элиталар, фирҡәләр һәм традицион мәғлү­мәт саралары яғынан йәмғиәтте күҙ уңынан ысҡындырыу форсатынан яҙҙыра. Был Ҡушма Штаттар миҫалында – үҙен айырыуса сағыу күрһәтте. Дональд Трамптың президентлыҡҡа үтеүе юғарыла әйтелгән урта синыф өсөн гонаһһыҙ, саф ҡына күренеп йөрөгән ҡыҙҙың һис көтмәгәндә уйнаштан бала табыуы һымаҡ тәьҫир итте. Бәғзе ғаиләләрҙә һирәк-һаяҡ була торған бындай хәл, оят һәм ғәрлектән башҡа, тышҡа бигүк һибелеп бармаған ярһыу ҙа уяталыр.

Америка йәмәғәтселеге лә Трампты, ул миллиардер, бай­ҙар араһында үҙ кеше булыуға ҡарамаҫтан, ҡабул итмәне.
Күрәһегеҙ, Дональд, һайлан­ғаны бирле, тынысланып, иң ҡеүәтле илдең олпат башлығы рәүешендә тәки эш­ләй алманы. Уның дүрт йылы тип әйтерлек ил эсендәге сәйәси низағ эсендә ҡайнап үтеп бара. Американдар үҙ-ара сыр-сыу килһә, әйҙә ҡаңғырһындар, тип күрмәмеш-белмәмешкә һалыныр инең дә, ошо илдә берәү сөскөрһә лә, бар донъя тымаулаған һымаҡ.

Өҫтәүенә Америкалағы ыҙғыш Трампҡа ҡағылып ҡына үтә, ғәмәлдә уның асылы Рәсәйгә ҡаршы йүнәлтелгән һәм йыллап түгел, хатта айлап көсәйә барған ғәмәлдәрҙә күренә. Рәсәйҙе дәүләттәр бер­ләшмәһенән айырып, мөртәт илдәр рәтенә ҡыуыу, бөтмәҫ-төкәнмәҫ санкциялар, беҙҙең граждандарҙы бинахаҡ төрмә­гә ябыу, бүтән суверенлы дәү­ләттәрҙе Рәсәй менән хеҙ­мәт­тәшлектән тыйыу – “ҡоторған үгеҙгә юл бир”, тигән һүҙ булһа ла, байма­башлыҡтың да сиге бар бит әле.
Сер түгел, Рәсәйгә Америка­ның һарыуы ҡайнауының гео­сәйәси сәбәптәре бар. Путин, хәтһеҙ йылдар әүәл: “Хә­ҙер Рә­сәйҙең ҡулын шаҡарыу мөм­кин түгел”, – тип иҫкәрт­кәй­не. Илебеҙ – АҠШ-тың хәр­би өҫтөнлөгөн юғалтыу сим­волы ла, сәбәпсеһе лә. Иҡти­сады Рәсәйҙеке менән сағыштырғыһыҙ ҡеүәтле держава беҙҙе йәнә лә кемуҙар­ҙан ҡоралланыуға тартып индерергә тырыша. Быйылға Конгресс Пентагонға 740 миллиард доллар бүлеүҙе планлаштыра. Аҡыл етмәҫлек аҡса! Рәсәйгә американдар менән ҡоралланыуҙа ярышҡа инеү һис ярамай. Элекке әсе һабаҡты һәм Советтар Союзын тарҡатыуға нимә сәбәпсе бул­ғанын онотоу фаталь һөҙөмтә­ләргә килтереүе ихтимал.
Халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙең хәҙерге хәлен яңы һалҡын һуғыш тип атап булмай, әммә ул әүәлгенән хәүефлерәк. Дәүләттәр араһында һәм илдәр эсендә көсөргәнеш артты, көйләнмәгән глобаль мәсьәлә­ләр күбәйҙе, шул уҡ ваҡытта бының өсөн яуаплы субъекттар аҙайҙы. Идеология иғтибар үҙәгенән төшөп ҡалды тип тәҡрарлаһаҡ та, идеологик сәкәләшеү бер ҡайҙа ла китеп юғалманы.
Әгәр элек коммунизм менән капитализм тынмаҫ идеологик көрәш алып барһа, ҡапма-ҡаршылыҡ үҙ идея, сәйәси һәм иҡтисади урындарын юғалтыуҙан ҡурҡҡан элиталар мөхитенән хасил була. Рәсәй, Ҡытай, Һиндостан һәм Бразилия кеүек гиганттарға идеологик экспансия кәрәк­мәй. АҠШ, Бөйөк Британия, Япония һымаҡ дәүләттәрҙең нервыһын ҡаҡшатып, тегеләр Америка һәм Оло Европаның мин-минлеген артабан да ҡыҫырыҡлай барасаҡ.
Ғөмүми халыҡ-ара мөнәсә­бәттәрҙең көсөргәнешендә төбәктәрҙәге көрсөктәр айырыуса ҡурҡыта. Яҡын һәм Урта Көнсығыштағы һүнер-һүнмәҫ низағтарға әленән-әле “дәрт” биреп тороусылар табыла. Экваториаль Африка­ның күп өлөшө хаслыҡ һәм меҫкенлек упҡынында сәсәй бара. Азия субконтинентында икенсе донъя һуғышынан аҙаҡ хасил булған яңы дәүләттәрҙең иҫке күршеләре менән сәкәләшеүҙән башы сыҡмай, тимәк, именлек юғала бара.
Ядро ҡоралы таралыу өҫ­төн­дә. Уны Израиль, Һиндос­тан, Пакистан һис тотҡар­лыҡһыҙ ҡулға төшөрҙө. Ядро программаларынан баш тартҡан Ираҡ, Ливияның аяныслы яҙмышынан һуң Иран менән Төньяҡ Кореяның шул юлды ҡабатлауын көтөүҙе “атайыңа сәләм әйт” тип баһаларға кәрәктер. Рәсәй мөстәҡиллек алған Украинанан ядро ҡоралын сығарып алып өлгөрҙө. Әгәр ул хәҙерге баймабаш милләтселәр, яңы фашистар ҡулына эләкһә? Иранға хәҙергесә ҡыҫым дауам итһә, ул иртәме-һуңмы ядро ҡораллы дәүләткә әйләнәсәк. Сиратта Сәғүд Ғәрәбстаны менән Мысыр тора. Ядро статусына Көньяҡ Корея һәм Япония дәғүә итмәҫ, тип кем әйтә ала?
Һуғыш-фәлән ҡубып, донъя көл-күмергә ҡалмаһа, ул үҙгәрешһеҙ тормаҫ. Америка менән ҡул бирешеү ҙә насип булыр. Кем белә, бөгөн “ғүмер­лек туғандар” тип ант итешкән ҡытайҙарға арҡа ҡуйып, беҙҙе ситкә типкән Көнбайыш Европаға иртәгә йөҙ менән боролорбоҙ. Күтә­мәй донъяла тура юлға өмөт итеп булмай инде. Тик ул ҡараңғылыҡ һәм өмөтһөҙ­лөккә генә илтмәһен.
Читайте нас