Донъялағы иҡтисади көрсөктө тик власта тотороҡлолоҡ булғанда ғына әллә ни тетрәнеүһеҙ еңә аласаҡбыҙ. Әүәлге президент мөҙҙәттәрен юҡҡа сығарыу был тотороҡлолоҡто һаҡларға ярҙам итәсәк. Әле иһә үҙгәрештәр ваҡыты түгел. Философия фәндәре кандидаты, политолог Сергей Семенов ошондай фекер белдерә.
– Минеңсә, был үҙгәрештәр әллә ҡасан өлгөрөп еткәйне. Мәсьәләне йәмәғәтселек тә күтәреп сыҡты. Власть менән идара итеүҙә әлеге донъя көрсөгө шарттарында үҙгәрештәр кәрәкмәй. Тотороҡлолоҡ кәрәк. Был этапты власть системаһында көтөлмәгән үҙгәрештәрһеҙ генә үтеп китергә кәрәк, – ти ул.
Шулай уҡ Сергей Семенов Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы кеүек власть органдарының ролен күтәреүгә бәйле үҙгәрештәрҙең мөһимлеген дә әйтте:
– Конституция – оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән документ. Төрлө рәсми ҡабул ителгән декларация һәм конституциялар ҡайһы саҡта күп ваҡыт үткәс кенә эшләй башлай. Шуға күрә Дәүләт Думаһы менән Федерация Советының әһәмиәтен күтәреүгә бәйле үҙгәрештәр – оҙайлы сроклы ҡарар. Был органдарҙың әһәмиәте артыу менән һайлауҙарға ла, уларҙың эшмәкәрлеген контролдә тотоуға ла ҡыҙыҡһыныу башҡа буласаҡ.
Быға тиклем Конституцияға булған үҙгәрештәрҙе Дәүләт Думаһы менән Федерация Советы яҡланы, шулай уҡ Рәсәй Конституция суды раҫланы. Үҙгәрештәрҙе нығытыу өсөн дөйөм Рәсәй тауыш биреүе булырға тейеш ине. Тик коронавирус пандемияһы арҡаһында уны үткәреү көнө һуңғараҡ ваҡытҡа ҡалдырылды.