Ул юғалмаған, үлтергәндәр...

Тәүҙә танып маташһа ла, һуңынан уны үлтереүен таный һәм мәйет ятҡан урынды күрһәтә... Ҡалтасыла булған хәл асыҡланды.

20 апрелдә Ҡалтасы районында хәбәрһеҙ юғалған 29 йәшлек ир табылды. Уның үҙе менән ҙур күләмдә аҡсаһы ла булған. Туғандары борсолоп, полицияға мѳрәжәғәт итә. Республика буйынса Тәфтиш идаралығының Нефтекама район-ара тәфтиш бүлеге енәйәт эше ҡуҙғата.

Тәртип һаҡлау органдары уҙғарған тикшереү-оператив саралар һѳҙѳмтәһендә шикле кеше асыҡлана – ул юғалған кешенең 37 йәшлек ауылдашы булып сыға. Тәүҙә танып маташһа ла, һуңынан уны үлтереүен таный һәм мәйет ятҡан урынды күрһәтә.

Тәфтиш эше барышында асыҡланыуынса, 16 апрелдә ғәйепләнеүсе юғалған ир менән бергә урманда була һәм унда тегенең башына балта менән бер нисә тапҡыр һуға. Ир алған яраларҙан шунда уҡ һәләк була. Енәйәтсе уның банк картаһын урлай, ә ирҙе шунда ҡалдырып китә. Енәйәтсе картанан 400 мең һумдан ашыу аҡсаны сисеп, үҙ мәнфәғәтендә тотона.

Әле ғәйепләнеүсе менән тәүге тәфтиш эштәре үткәрелеп, ғәйепләү дәғүәһе белдерелгән, тәфтишсе юллауы буйынса уны һаҡ аҫтына алғандар.

Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.

Читайте нас