Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

БДУ уҡытыусыһын хөкөм иттеләр

"Баһа алғығыҙ килһә - түләгеҙ!"

Ѳфѳлә Башҡорт дәүләт университетында эшләгән 55 йәшлек уҡытыусыны хѳкѳм иттеләр. Ҡатын бер юлы ике статья буйынса ғәйепләнә - бәләкәй күләмдә ришүәтселек һәм хеҙмәттәге ялғанлыҡ.

Тәфтиш комитетында белдереүҙәренсә, уҡытыусы “Ихтималлыҡ теорияһы һәм математика статистикаһыфәне буйынса баһаларҙы "һатҡан". Студенттар һайлап алған баһа ѳсѳн бер мең һумдан алып ѳс мең һумға тиклем түләгән. Староста аша уҡытыусы 12 кешенән барлығы 24 500 һум йыйып алған. Еңел аҡса эшләүҙең аҙағы күңелһеҙ тамамланыр тип уйламағандыр инде...

"Аҡсаны ҡабул иткән саҡта ҡатын ҡулға алынды, енәйәт ҡылыуҙа ғәйебен таныны", - тип белдерҙеләр тѳбәк Тәфтиш идаралығында.

Суд ришүәт алған уҡытыусыға 90 мең һум күләмендә штраф һалған, шулай уҡ ул ѳс йылға әлеге эшмәкәрлегенән ситләтелгән.
Фото: gg34.ru
Читайте нас в