Белмәү яуаплылыҡтан азат итмәй

Коронавирус инфекцияһына бәйле ҡабул итеү шарттары үҙгәрҙе.

Тормошта төрлө осраҡтар була, йыш ҡына кешеләр ҡануниәтте белеп етмәүе арҡаһында уңайһыҙ хәлдә ҡала. Мәҫәлән, штрафтарҙы ваҡытында түләмәһәң, суд приставтары һине 10-15 тәүлеккә бикләп ҡуйыуы ла ихтимал. Күпме штрафың барлығы тураһында, суд ҡарарының үтәлешенә бәйле башҡа мәсьәләләр буйынса белешмә алыу өсөн суд приставтарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.


Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары, граждандар мөрәжәғәттәре менән эшләү бүлегенең эшмәкәрлеге өсөн яуаплы Рәмил САДИҠОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.



– Рәмил Рәшит улы, һуңғы йылдарҙа Суд приставтары хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән граждандар һаны артамы?

– Былтырғы йылды иҫәпкә алғанда, артты тип билдәләр инем. Ул кредит ойошмалары мөрәжәғәте иҫәбенә үҫте. Улар күпләп түләттереүсе булып тора. Шул уҡ ваҡытта алимент һәм хеҙмәт бәхәстәре буйынса мөрәжәғәттәрҙең кәмеүе күҙәтелде. Күп осраҡта суд приставтары хеҙмәткәрҙәре суд ҡарарҙарын үтәү буйынса күргән сараларҙан кеше ҡәнәғәт ҡала, сөнки улар беҙгә шәхсән мөрәжәғәт иткәндән һуң хоҡуҡтары тергеҙелә.
Суд приставтары хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүҙең төрлө алымдары бар: туранан-тура суд приставы хеҙмәтенә килеп ғариза яҙырға мөмкин, шулай уҡ башҡарыу эше кабинетына теркәлеп, шәхси кабинет йәки Берҙәм дәүләт хеҙмәте порталы (https://www.gosuslugi.ru/) аша инеп, ғариза яҙып, яуап алырға мөмкин. Бынан тыш, беҙҙә тағы ла бер уңайлы ысул бар – башҡарыу эше кабинетына теркәлеп, суд приставына электрон сиратҡа яҙылып, үҙеңә уңайлы ваҡытта килеү.
Әйткәндәй, әлеге ваҡытта коронавирус таралыу хәүефенә бәйле дәүләт ведомстволары, шул иҫәптән суд приставтары хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы ҡабул итеүҙе сикләне. Әммә был граждандар менән бәйләнеш тотоуға ҡамасау була алмай, сөнки бурыслылар һәм ҡайтарып алыусылар айырым башҡарыу эшенә ҡағылышлы һорауҙар буйынса Башҡарыу эше мәғлүмәттәре банкы хеҙмәтенә инеп, бурыстарының барлығы-юҡлығы хаҡында белә ала. Бының өсөн идаралыҡтың http://fssprus.ru/ сайтында “Сервистар” бүлегендәге “Башҡарыу эше мәғлүмәттәре банкы” бүлеген – http://r02.fssprus.ru/iss/ip һайларға кәрәк. Һуңынан исем-шәрифе­геҙҙе, предприятиеның исемен йәки башҡарыу эше һанын индерергә кәрәк – ул саҡта бөтә мәғлүмәт экранда сағыласаҡ. “Түләргә” ҡушымтаһына баҫһағыҙ, онлайн-түләү мөмкинлеге булған бөтә электрон түләү исемлеге күренәсәк.
Шулай уҡ бурыс тураһында мәғлүмәтте Android, iOS һәм Windows Phone кеүек мобиль операция системалары өсөн ҡушымталар аша ла алырға мөмкин. Уны Android, iOS һәм Windows Phone системаларында урынлаштырыу өсөн Google Play аша “ФССП” эҙләү системаһын йыйырға кәрәк. Был иһә мобиль система, йәғни телефондар аша ла барлыҡ мәғлүмәтте алыу мөмкинлеген бирә.


– Дәғүәләрҙең бөтәһе лә нигеҙлеме, әллә мөрәжәғәт итеүсе үҙе эштең ҡайһы бер нескәлектәрен аңлап етмәйме?

– Нигеҙле, ғәҙел мөрәжәғәттәр ҙә бар, әммә күп осраҡта кеше тулыһынса аңлап етмәүе арҡаһында йәки хис-тойғоһо өҫтөн­лөк итеүгә бәйле ғәҙел булмаған дәғүәләр белдерә. Мәҫәлән, “алимент түләмәй, суд приставтары сара күрмәй” тип килә ҡайһы берәүҙәр. Шул уҡ ваҡытта суд приставы-башҡарыусы үҙенең вәкәләттәре сиктәрен­дә барлыҡ сараларҙы ла ҡулланған булып сы­ға. Ошо хаҡта ул кешегә бөтәһен дә аңла­тырға, һөйләргә, төшөндөрөп бирергә кәрәк.


– Урындарға сығып граждандарҙы ҡабул итеүҙәр йыш ойоштороламы?

– Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе – республиканың баш приставы Илнур Мәхмүтов һәм уның дүрт урынба­ҫары, ай һайын урындарға райондарға һәм ҡалаларға сығып, граждандарҙы ҡабул итә, ғаризаларҙы ҡарай. Бынан тыш, респуб­ликаның баш суд приставы аудиоконференциялар үткәрә, йәғни алыҫ райондарҙа йәшәгән граждандар суд приставы бүлегенә килеп, идаралыҡ етәкселеге менән аралаша. Бындай онлайн-ҡабул итеүҙә халыҡ әүҙем ҡатнаша.
Урындарға сыҡҡан саҡта территориаль бүлеккә методик-ғәмәли ярҙам да күрһә­тәбеҙ, йәғни идаралыҡ етәксеһе урын­баҫары, белгестәр бер сыҡҡанда бүлек­тәрҙең эшен ойоштороуҙа булыша.
Мөрәжәғәттәр бер-береһенән әллә ни айырылмай: алименттар, эш хаҡы, бинаға күсереү йәки сығарыу тураһында. Һәр осраҡ үҙенсәлекле. Мөрәжәғәттәр араһында суд приставтарының вәкәләттәренә ҡарамаған һорауҙар булһа, уларҙы тейешле ор­гандарға ебәрәбеҙ.
Беҙҙең эштә мәсьәләне кабинетта ултырып ҡына хәл итеп булмай – судтан килгән башҡарыу эшен алып, адрес буйынса мотлаҡ сығырға кәрәк.
– Алимент, эш хаҡы кеүек мәсьә­ләләрҙән тыш тағы ла ниндәй мөрә­жәғәттәр йыш була?

– Банк иҫәбенә арест һалыуға бәйле ғаризалар күп. Хәҙер бөтә мәғлүмәт сығанаҡтары ла бар, шуға ла “белмәнем” тип бер кем дә аҡлана алмай. ЮХХДИ, һалым инспекцияһы, беҙҙең эш буйынса ла суд приставтарының мәғлүмәт сыға­нағына инеп, бурыс тураһында һәр саҡ белергә мөмкин. Түләмең барлығы хаҡында иҫкәртеү һәр саҡ килеп торһон өсөн унда яҙылырға мөмкин. Ошо талаптарҙы ваҡытында үтәһәң, бындай ауырлыҡтар тыумаясаҡ.
Бурысың барлығын белһәң, тиҙерәк суд приставтарына килеп, уны түләргә кәрәк. Ул саҡта кеше башҡарыу йыйымы түләүе кеүек өҫтәмә сығымдарҙан ҡотоласаҡ. Бурысы 30 мең һумдан артып киткән кеше сит илгә сыға алмай, шул иҫәптән башҡа дәүләттәргә командировкаларға ла юл ябыла. Автомобилгә идара итеү хоҡуғы ла сикләнеүе ихтимал. Ғөмүмән, бөтә кире эҙемтәләр ҡалҡып сыға.
Әйткәндәй, алимент, шулай уҡ ҡылынған енәйәт арҡаһында кешегә әхлаҡи зыян килтергән осраҡта, раҫланған енәйәт һөҙөмтәһендә күрелгән зыян өсөн граж­дандың автомобилдә йөрөү хоҡуғы сикләнә. Әлегә закон тарафынан ошо өс категория билдәләнгән. Әлбиттә, бындай киҫкен саралар ҡулланыу алдынан бурыслы йә ғәйепле кешене суд приставтары бүлегенә мотлаҡ саҡырасаҡтар, уны автомобилдә йөрөү хоҡуғы сикләнеүе тураһындағы ҡарар менән дә таныштырасаҡтар. Мәҫәлән, кешенең алимент буйынса бурысы булып, түләүҙән ҡасып йөрөһә, суд приставы- башҡарыусы уны суд ҡарары буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттыра ала.


– Суд приставы хеҙмәткәрҙәре эшенә ҡағылышлы һәм башҡа һорауҙар буйынса ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

– Әгәр граждан йәки ойошма суд приставы-башҡарыусының эшенән ҡәнәғәт түгел икән, урындағы бүлек начальнигына мөрәжәғәт итә ала. Бүлек начальнигы башҡарыу эшен күҙәтеүгә ала, уның үтәлешен тикшереп тора. Әгәр был да гражданды ҡәнәғәтләндермәһә, ул саҡта беҙгә – идаралыҡҡа хәбәр итә ала (Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 95). Уның баш­ҡарыу эшен үҙебеҙҙең контролгә алабыҙ, граждандың боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса тейешле сара күреләсәк.

Тик илебеҙҙә коронавирус таралыуға ШШшшбәйле ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғас, был йәһәттән ҡабул итеү шарттары үҙгәрҙе. Хәҙер граждандарҙан мөрәжәғәт ведомство­ның рәсми сайты (http://r02.fssprus.ru/ip) аша ҡабул ителә. Хатты идаралыҡтың административ бинаһында, беренсе ҡатта, “Почта корреспонденцияларын ҡабул итеү өсөн” тип ҡуйылған махсус йәшниккә һалырға мөмкин.
Иҫәптә булған аҡсаны ҡайтарыу һәм тиҙ хәл ителергә тейешле башҡа мәсьә­ләләр буйынса 8(347) 272-16-46 телефонына шылтыратһындар.
Идаралыҡтың почта һәм электрон адрестары Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының сайтындағы “Контакты” (http://r02.fssprus.ru/contacks/) бүлегендә ҡуйылған.
– Рәмил Рәшит улы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Әлбиттә, һорауҙар тыуһа, уны шунда уҡ хәл итеү, асыҡлау сараһын күрергә кәрәктер. Ваҡытында асыҡлыҡ индереү күп күңелһеҙ хәлдәрҙән ҡурсалаясағы тураһында бер кем дә онотмаһын ине. Белмәү яуаплылыҡтан азат итмәй.
Читайте нас