Иглин районындағы “Водоканал” муниципаль унитар предприятиеһының элекке директоры вазифа вәкәләттәрен арттырыуҙа ғәйепләнә.
Әле Иглин район-ара тәфтиш бүлеге, прокуратура һәм Федераль именлек хеҙмәте органдары тапшырған материалдар буйынса, 54 йәшлек элекке директорға ҡарата Рәсәй Енәйәт кодексының 286-сы статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Тәфтиш органдары билдәләүенсә, “Водоканал” директоры булып эшләгән саҡта ул 2016 һәм 2018 йылдарҙа вәкәләттәрен арттырып, закон урынлаштырған тәртипте күҙәтмәйенсә, белә тороп, Ягодное һәм Яңы Кузьминка ауылдарында һыу селтәрен һуҙыу буйынса эштәрҙе үтәүгә бәйле ике файҙаһыҙ килешеү төҙөгән. Башҡарылған хеҙмәт күләмен тикшереү һөҙөмтәһе буйынса, бойомға ашырылған эштәрҙең хаҡы 80 миллион һум тәшкил иткән, ә предприятиеға бары 20 миллион һум түләнгән. Шуға ла етәксе 60 миллион һум күләмендә зыян килтереүҙә ғәйепләнә.
Әле тәфтишселәр унитар предприятиеның документтарын тикшерә, етәкселектән, эшселәрҙән һәм шаһиттарҙан һорау ала, енәйәт ҡылыуға этәргән хәл, сәбәптәр, шарттар өйрәнелә.
Ғәйепләнеүсе быға тиклем “Водоканал” предприятиеһы ҡулланыусыларының хеҙмәтләндереү өсөн түләгән 1,1 миллион һум аҡсаһын үҙләштергән өсөн хөкөм ителгән. Был енәйәте өсөн ул әле дөйөм режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһында ултыра.