Еңел аҡса эшләп ятҡан

Нефтекамала күп тармаҡлы фирма директоры берәҙәк хайуандарҙың һанын көйләү буйынса килешеүҙе башҡарыу йөкләмәһен ала, тик уны бойомға ашырыу тураһында уйлап та бирмәй. Һөҙөмтәлә ете миллион һум аҡсаны үҙләштерә.

Нефтекамала күп тармаҡлы фирма директоры берәҙәк хайуандарҙың һанын көйләү буйынса килешеүҙе башҡарыу йөкләмәһен ала, тик уны бойомға ашырыу тураһында уйлап та бирмәй. Һөҙөмтәлә ете миллион һум аҡсаны үҙләштерә.


Рәсәй Эске эштәр министрлығының Нефтекама ҡалаһы буйынса тәфтиш бүлегенең иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы тороу бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй Енәйәт кодексының 159-сы статьяһына ярашлы ҡылынған енәйәте өсөн фирма директорына ҡарата дүрт эш ҡуҙғатылған.
Тикшереү барышында асыҡланыуынса, предприятие етәксеһе ҡала хакимиәте менән берәҙәк хайуандарҙы аулау һәм ҡарау буйынса килешеү төҙөй. 2016 – 2019 йылдарҙа төҙөлгән килешеүҙәргә ярашлы аҡса күсерелә, тик уларҙа күрһәтелгән шарттар үтәлмәй ҡала. Ойошма директоры атҡарылған эштәр тураһындағы иҫәп яҙыуҙарын күрһәтә алмай. Шул уҡ ваҡытта ул килешеүҙе үтәү күренешен тыуҙырып, Нефтекама ҡала хакимиәтенең тормошто тәьмин итеү һәм төҙөкләндереү бүлегенә берәҙәк хайуандарҙы аулауы, ерләүе, аҡса­ның маҡсатлы файҙаланыуы тураһын­да һәм башҡа ялған документтар тапшырып йөрөгән.
Тикшереү барышында был документ­тарҙың ғәмәлдә булмауы асыҡлана. Шулай итеп, 39 йәшлек ир өс йыл дауамында бюджетҡа ете миллион һум күләмендә зыян килтерә.
Әлеге мәлдә енәйәт эшен тикшереү дауам итә. Ғәйепләнеүсегә йәшәгән урынынан ситкә сығыу тыйылған.
Читайте нас