Интернеттан дарыу алам тип...

Өфөнән – ике, Бәләбәйҙән бер кеше полицияға мөрәжәғәт иткәс, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Енәйәтте тикшереү идаралығы хеҙмәткәрҙәре Удмурт Республикаһының Можга ҡалаһына юллана. Аныҡлап әйткәндә, республика граждандары интернет селтәрендә алып барылған бысраҡ эштең ҡорбанына әйләнгән.

Өфөнән – ике, Бәләбәйҙән бер кеше полицияға мөрәжәғәт иткәс, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Енәйәтте тикшереү идаралығы хеҙмәткәрҙәре Удмурт Республикаһының Можга ҡалаһына юллана. Аныҡлап әйткәндә, республика граждандары интернет селтәрендә алып барылған бысраҡ эштең ҡорбанына әйләнгән.


Зыян күргән ата-әсәләр ауыр сирле балаларына дарыу эҙләгән саҡта “Бәйләнештә” социаль төркөмөндә кәрәкле иғланға юлыға. Улар был һатыусы менән бәйләнешкә инеп, уға аҡса күсерә, бер аҙҙан тәғәйен тауарҙарын ала. Тик унда улар эҙләгән дарыу түгел, уның урынына витаминдар ғына һалынған була.
Енәйәтте тикшереү идаралығы хеҙ­мәткәрҙәренә иғланды ҡуйған һәм аҡса алған енәйәтсене асыҡлау ауырлыҡ тыуҙырмай. Был мутлашыусыларҙың эҙе Удмурт Республикаһының Можга ҡалаһына барып тоташа ла инде. Енәйәтсе 32 йәшлек ҡатын булып сыға. Ул үҙе ике бала тәрбиәләгән, тик берәүһе ауыр сирҙән яфаланған, шуға ла ҡатын социаль селтәрҙә ата-әсәләр өсөн тематик төркөмдә торған. Бында ҡулланыусылар махсус медицина препараттары һәм ҡорамалдары менән һатыу иткән, үҙ-ара ла алмаштырышҡан.
Мәғлүм булыуынса, ҡатын тәүҙә был берлектең ҡатнашыусыһы ғына була, тик бер аҙҙан һатыусы һәм һатып алыусы араһында аралашсыға әйләнә. Тик зыян күреүселәр генә уның аралашсы булыуын белмәгән. Ҡатын, һатыусы булараҡ, тейешле тауарҙы адрес буйынса ебәрһә лә, уның аҡсаһы ҡулына төшмәгән, шул ваҡытта клиенттар тейешле тауар ҙа алмаған.
Әлеге ваҡытта мутлашыу тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ҡатынға йәшәгән урынынан ситкә сыҡмаҫҡа ҡушылған. Башҡортостанда яуыз уйлы дарыу һатыу­сылар ҡулынан зыян күргәндәр 20 мең һумдан ашыу аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан, шулай уҡ башҡа төбәктәрҙән дә алданғандар күп. Шуға ла әле полиция хеҙмәткәрҙәре ошондай башҡа енәйәт осраҡтарын асыҡлау менән мәшғүл.
Әлеге ваҡытта республика буйынса зыян күргәндәр асыҡлана. Ошондай енәйәт ҡорбандарынан Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Енәйәтте тикшереү идаралығы 8 (347) 279-35-82 телефонына мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайҙар.

Читайте нас