Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина әйтеүенсә, республикала 15 меңгә яҡын йәмәғәт күҙәтеүсеһе кәрәк буласаҡ. Әле ошо эштә ҡатнашырға теләгәндәрҙән арауыҡта ғаризалар ҡабул ителә. “Республиканың Йәмәғәт палатаһы иң ҙур 22 йәмәғәт берекмәһе һәм коммерцияға ҡарамаған ойошма менән килешеү төҙөнө. Йәмәғәт ойошмалары, сәйәси партиялар вәкилдәре, шулай уҡ ябай граждандар күҙәтеүсе була ала. Ғаризалар 27 марттан ҡабул ителә. Документтарҙы һәм ғаризаларҙың формаһын
https://op.bashkortostan.ru/ сайтынан табырға мөмкин”, – тине Ольга Панчихина.