Яңы Конституция балалар яҡлы

Документ мөһим социаль положениеларҙы нығыта.

Яңыртылған Конституцияның һуңғы тексынан “Балалар – дәүләт байлығы” тигән пункт төшөп ҡалды, сөнки ул ҙур бәхәс ҡуптарҙы. Хәҙер балалар Рәсәй дәүләт сәйәсәтендә “өҫтөнлөк” тип атала, ә дәүләт “ғаилә тәрбиәһенең өҫтөнлөгөн тәьмин итеп, ҡараусыһыҙ ҡалған балаларға ҡарата ата-әсә бурысын үҙенә ала”.


РФ Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса эш төркөмө ағзаһы, Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, “Ирекмәндәр етем балаларға ярҙамға” хәйриә фонды президенты Елена Альшанская ошо төҙәтмәләргә ҡарата фекерҙәре менән уртаҡлашты.


– “Иҫке” Конституцияға балаларға һәм ғаиләгә ҡағылышлы төҙәтмәләр индереү талап ителә инеме?

– Мин “бөтәһе лә яҡшы, бер ниндәй ҙә үҙгәреш кәрәкмәй” тигән фекерҙәр менән килешмәйем. Беренсенән, әле ғәмәлдә бул­ған Конституция 1993 йылда үҙенсәлекле ысул менән ҡабул ителгән. Әлбиттә, дәүләт власы органдары араһында вәкәләттәрҙе бүлеү мәсьәләһен күптән ҡарарға кәрәк ине. Президенттың улар араһында тигеҙлек етмәүе хаҡында белдереүе менән дә килешмәү мөмкин түгел. Ул хәҙер барлыҡҡа килерме – был да һорау.
Ғәмәлдәге Конституцияла кеше хоҡуҡ­тары һәм азатлығы етерлек кимәлдә яҡ­ланған, әммә унда ғаиләне һәм балалыҡты хәстәрләү сәйәсәте өлкәһендә аныҡ ҡағиҙәләр етмәй. Ғөмүмән, Конституцияла дәүләттең был йәһәттән ниндәй хоҡуғы барлығы аңлашылмай. Унда икенсе бүле­генең 38-се статьяһында “ғаиләне, әсәлекте һәм балалыҡты дәүләт яҡлай” тип яҙыл­ған. Унда атайлыҡ тураһында һүҙ юҡ, күрәһең, дәүләт уларҙы яҡламай булып сыға. Шул уҡ ваҡытта “ата-әсәләр тигеҙ хоҡуҡҡа эйә, 18 йәштән өлкән балалар үҙҙәренең эшкә яраҡһыҙ ата-әсәһен ҡарар­ға тейеш” тигән пункттар ҙа бар. Әсәлекте, атайлыҡты, балалыҡты һәм ғаиләне яҡлау төбәк вәкәләттәре исем­легенә ҡарай. Конс­титуцияла ошо темаға башҡа бер нәмә лә юҡ. Шуға ла төп документта ғаилә, ба­ла­лыҡ, уларҙы яҡлау һәм ярҙам итеү мәсьәләһен дәүләт сәйәсәтендә өҫтөнлөклө итеп билдәләү, балаларға, ғаиләгә нин­дәйҙер гарантия­ларға бәйле бер нәмә лә булмауы тураһында һорау тәүге тапҡыр ғына күтәрелмәй.
– Тәүҙә һеҙ, Конституцияның ҡайһы урынында ғаилә аспекттары яҙылырға тейешлеге аңлашылып етмәй, тип белдергәйнегеҙ. Ни өсөн ошондай фекер тыуҙы?

– Эш төркөмө эшләй башлағас, беҙгә дәүләттә ғаилә сәйәсәте өҫтөнлөгөнөң етмәүе һәм балалыҡты яҡлауҙа гарантиялар булмауы хаҡында әйткәйнем. Әммә төп документтың икенсе бүлегенә үҙгә­рештәр индерергә ярамағас, ул үҙгәрешһеҙ ҡалырға тейеш ине, ғаиләгә һәм бала­лыҡҡа ҙур ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре буйынса башҡа ниндәйҙер уңайлы урын табырға кәрәк ине. Юридик күҙлектән ундай урын ғәмәлдә юҡ. Шуға ла был хаҡта 114-се статьяға төҙәтмә индерергә тәҡдим иттем, сөнки төрлө өлкәләрҙә дәүләт сәйәсәте һүрәтләнә, шул иҫәптән “хөкүмәт социаль хеҙмәтләндереүҙә генә түгел, ә ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа һәм балалыҡҡа ҡарата ярҙам сәйәсәтен әҙерләргә тейеш” тигән социаль фразаны өҫтәнем.
Мәҫәлән, уның баланың йәшәүгә һәм ғаиләлә тәрбиәләнеүгә хоҡуғын тәьмин итеү йүнәлешле булыуын өҫтәргә тәҡдим иттем. Тәүҙә “ғаиләгә, әсәлеккә, атай­лыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам” тураһында билдәләмә барлыҡҡа килде, һуңынан уға алмаш вариант килеп сыҡты – традицион ғаилә ҡиммәттәренә ярҙам тураһында (РФ Хөкүмәтенең ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән сәйәсәтте үткәреүгә яуап­лылығы, ул Конституцияның яңы һуңғы версияһындағы 114-се – “Ъ” статья­ла бар). Ошо арҡала эш төркөмө икегә бүленде.
Эш төркөмө эшмәкәрлек аҙағында быға тиклем булмаған 67.1-се статьяны өҫтәргә тәҡдим итте. Унда бөтә ҡиммәттәрҙе индерергә булдыҡ, әммә юридик йәмәғәт­селек Конституция преамбулаһына тей­мәҫкә ҡарар итте, һәм беҙ ҙә эш төркөмө менән быны хупланыҡ.
Мин юрист түгел, әммә быға тиклем биләмәне бүлеү тураһындағы бүлектә ошондай статьяның барлыҡҡа килеүен аңлата алырлыҡ юридик ҡарар тип уйламайым. Шулай булһа ла, был вариантты ҡабул иттеләр. Нәҡ унда “балалар – Рәсәй байлығы” тигән төшөнсә барлыҡҡа килде.
– Һеҙ Президент менән осрашыу мәлендә уны үҙгәртеүҙе һоранығыҙмы?

– Эйе, сөнки был аҡылға һыймаҫлыҡ күренеш. Һәр һүҙлектә “байлыҡ” һүҙенең синонимдары милекте, мөлкәтте аңлата. Бала – дөйөм милек, дәүләт мөлкәте була алмай. Дәүләттең балалар тураһында хәстәрлектең айырыуса мөһим булыуын күҙ уңында тотҡанын, әлбиттә, аңлайым. Әммә был һүҙ ике мәғәнәгә эйә.
Ул саҡта мин үҙемдең версиямды уҡып ишеттерҙем: “Дәүләт һәр баланың ғүмергә, һаулыҡҡа, үҫешкә, белем алыуға, йәшәүгә һәм ғаиләлә тәрбиәләнеүгә хоҡуғын яҡлай. Дәүләт ата-әсә ҡарауынан ҡалған бала­ларҙың ғаилә тормошон урынлашты­рыуҙың өҫтөнлөгөн тәьмин итә”. Тик икенсе уҡыуҙа ла элекке версияны ҡалдыр­ҙылар.
– Икенсе уҡыу барышында төҙәтмә индереп, “байлыҡ” һүҙен алып ташланылар, хәҙер “балалар – Рәсәйҙең дәүләт сәйәсәтендә мөһим өҫтөнлөгө” тип атала. Был төҙәтмә менән килешәһегеҙме?

– Әлбиттә, был аңлайышлы һәм хәҡи­ҡәткә тура килгән фекер – дәүләт үҙенең сәйәсәтен ҡорғанда, унда бала­ларҙың өҫтөнлөккә эйә булыуын айырып күрһәтә. Был өҫтөнлөк бөтә өлкәләргә лә ҡағыла. Балалар хоҡуғы конвенция­һының талабынан сығып ҡарағанда ла беҙ балалар тураһында ныҡлап уйларға тейеш. Балалар именлеге – дәүләт сәйә­сәтендәге мөһим өҫтөнлөк, тип әйтеү дөрөҫөрәк булыр ине, әлбиттә. Ҡалған бүлектәр үҙгәрешһеҙ ҡалды, ә уларҙа дәүләт ата-әсәлеге тураһында ҡағиҙә бар. Унда дәүләт ҡараусыһыҙ ҡалған, ата-әсәһен юғалтҡан баланы хәстәрләүҙе тулыһынса үҙ өҫтөнә ала һәм уның тормошон урынлаштыра.
Шулай итеп, Рәсәй Конституцияһының яңы тексындағы 67-се статьяның 4-се өлөшөндә былай тиелә:

“Рәсәйҙең дәүләт сәйәсәтендә балалар мөһим өҫтөнлөк булып тора. Дәүләт баланың һәр яҡлап рухи, әхлаҡи, интеллектуаль һәм физик яҡтан үҫеүенә, уларҙа илһөйәрлек, гражданлыҡ һәм өлкәндәргә хөрмәт тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙыра. Дәүләт, ғаилә тәрбиәһенең өҫтөнлөгөн тәьмин итеп, ҡараусыһыҙ ҡалған бала­ларға ҡарата ата-әсәлек бурыстарын үҙенә ала”.


Константин ТОЛКАЧЕВ, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе:

– Беренсе тапҡыр Конституцияла пенсияны индексациялау, балаларҙың өҫтөнлөгө төп урында тороуы, балалар ҡараусыһыҙ ҡалған осраҡта дәүләт яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуы тураһында мөһим социаль положениеларҙы нығыттыҡ. Был беҙҙең дәүләттең социаль характерын раҫлай.
Павел КАЧКАЕВ, VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары:

– Үҙгәрештәр, нигеҙҙә, беҙҙең дәүләттең һәм күп милләтле халыҡтың илһөйәрлеген һәм милли фекерҙәр берҙәмлеген күтәреүгә йүнәлтелгән. Ғаилә статусын билдәләүҙә бик әһәмиәтле ѳөҫтәмә индерелә. Ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты яҡлау, ир менән ҡатындың берлеге булараҡ, никах институтын нығытыу, ғаиләлә баланы лайыҡлы тәрбиәләү ѳөсөн шарттар булдырыу, шулай уҡ бәлиғ булған балаларҙың ата-әсәләрен хәстәрләүе тураһында улар.
Читайте нас