Былтыр Күгәрсен районында ҡот осҡос енәйәт теркәлгәйне - 5 июлдә 26 йәшлек егет 30 йәшлек ағаһын һәм ата-әсәһен сәнсеп үлтерә. Атаһы ҡасып маташа, тик уны ла ҡыуып етә... Шулай итеп, тән йәрәхәттәре алғандарҙың өсәүһе лә урында йән бирә. Һуңынан ир үҙе полицияға килеп, булған хәл тураһында хәбәр итә.
Әйткәндәй, урындағы халыҡ һүҙҙәренсә, енәйәт ҡылынған көндө егет шәрә килеш район үҙәге Мораҡҡа китеп барған була, тик уны кемдер тотоп алып, өйөнә кире алып килә. Ул иһә иҫерек көйөнсә ҡулына бысаҡ алып, туғандарына ташлана.
Суд-психиатрия эксперттары билдәләүенсә, әлеге ваҡытта ла һәм енәйәт ҡылған саҡта ла уның психикаһы ҡаҡшаған булған. Суд, ошо сәбәпте иҫәпкә алып, уға мәжбүри дауалау төрөндәге яза сығара.
Шулай итеп, өс кешенең башына еткән енәйәтсе ҡаты язанан ҡотола, тик шуныһы һорау булып ҡала – ошондай психик яҡтан ауырыу кеше, иреккә сыҡҡас, тирә-яҡтағыларҙың ғүмерен тағы ла ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаҫмы?
Фото: Тәфтиш комитетынан.